Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Июль 2020, 16:50

Кинотеатрҙар ҡасан асыласаҡ?

Башҡортостанда кинотеатрҙарҙың ҡасан асыласағы хаҡында хәбәр ителде.

Башҡортостанда, әгәр эпидемиологик хәл мөмкинлек бирһә, 15 августа кинотеатрҙар асыла башлай. Был турала 27 июлдә брифинг ваҡытында Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт министрының беренсе урынбаҫары Наталья Лапшина хәбәр итте.
«Бөгөнгә беҙ һаҡлыҡ менән генә 15 августа кинотеатрҙарҙы асыу тураһында әйтә алабыҙ. Әгәр республикалағы эпидемиологик хәл мөмкинлек бирһә, 15 августа улар Рәсәй Роспотребнадзор идаралығының методик тәҡдимдәренә ярашлы эшләй башларға тейеш. Кинотеатрҙар өсөн ошондай тәҡдимдәр раҫланды. Беҙ уларҙы үҙебеҙҙәге 47 кинотеатрға еткерҙек, уларҙа бөтәһе 133 зал эшләй. Әлбиттә, улар, тамашасыларыбыҙ кеүек үк, асылыуҙы түҙемһеҙлек менән көтә», - тип хәбәр итте министрлыҡ вәкиле.
"Башинформ".
https://www.bashinform.ru/news/1477146-stalo-izvestno-kogda-v-bashkirii-mogut-otkrytsya-kinoteatry/
Читайте нас: