Яйыҡ
-29 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Июль 2020, 16:40

Сөгөлдөр кеүәҫе

Организмды шлактарҙан таҙарта. Бөйөр – ҡомдан, таштан, эсәктәр – аҙыҡ ҡалдыҡтарынан, бауыр токсиндарҙан арына. Ҡыйбатлы дарыуҙар алғансы, организмды таҙартыуҙың ошо ябай ғына ысулын һайларға мөмкин. Сөгөлдөр кеүәҫен әҙерләүҙең ике ысулы бар: әсетке ярҙамында һәм әсетке ҡулланмай ғына.

Әсетке ҡулланмай әҙерләнгәне иң боронғо ысулдарҙың береһе һанала, әммә уны әҙерләүе оҙағыраҡ: өс-биш тәүлектән генә әҙер була. Әсетке ярҙамында эшләнгәне иһә ике тәүлектә өлгөрә. Дөрөҫ, ул һыуһынды ҡандырыу өсөн яҡшыраҡ. Беренсе ысул500 г сөгөлдөр, 3 л һыу, 50 г арыш икмәге, 10 г әсетке, 100 г шәкәр алына. Сөгөлдөрҙө яҡшы итеп йыуып, таҙартып, йоҡа ғына киҫәктәргә ҡырҡып, мейестә киптереп алырға. Һуңынан өҫтөн ҡапларлыҡ итеп ҡайнар һыу ҡойоп, ҡара икмәк, шәкәр, әсетке ҡушырға һәм 1 – 2 көнгә йылы урынға әсетергә ҡуйырға. Кеүәҫ әҙер булғас, һөҙөп, һыуытырға. Ҡалған быҡтырылған сөгөлдөрҙө башҡа аҙыҡ әҙерләгәндә ҡулланырға мөмкин.Икенсе ысул Бер ҙур сөгөлдөр, 2 л һыу, 4 ҡалаҡ шәкәр, бер телем ҡара икмәк (ҡырыйы булһа яҡшыраҡ). Таҙартылған сөгөлдөрҙө ваҡ итеп турарға, быяла банкаға һалып, өҫтөнә ҡайнар һыу ҡойорға, шәкәр һәм икмәк өҫтәргә. Банканы марля менән ябырға һәм өс көн әсетергә. Һуңынан кеүәҫте һөҙөп, шешәләргә ҡойоп, ныҡ итеп ябырға һәм һыуыҡҡа ҡуйырға.С. Лотфуллина
Читайте нас в