Яңы уҡыу йылы башынан Рәсәй уҡытыусылары класс етәкселеге өсөн 5 мең һум өҫтәмә түләү ала башлай. Был хаҡта дүшәмбе Рәсәй Федерацияһының мәғариф министры Сергей Кравцов хәбәр итте.
«1 сентябрҙән Рәсәй Федерацияһы президенты ҡушыуы буйынса класс етәкселәренә 5 мең һум өҫтәмә түләүҙәр була», — тип министрҙың һүҙҙәрен килтерә ТАСС.
Мәғариф министрлығы башлығы шулай уҡ төбәк һәм муниципаль түләүҙәрҙең бөтөрөлмәүен билдәләне.
Бынан алда Кравцов яңы уҡыу йылын традицион форматта башларға планлаштырыуҙары, ә дистанцион уҡытыуҙың өҫтәмә булараҡ ҡулланыласағы хаҡында белдерҙе.
https://www.bashinform.ru/news/1477399-1-sentyabrya-uchitelya-budut-dopolnitelno-poluchat-5-tysyach-rubley-za-klassnoe-rukovodstvo/