Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Июль 2020, 18:35

Һауа торошона ышаныс юҡ

Ошо көндәрҙә Ҡырмыҫҡалы һәм Архангель райондарында боҙборсаҡ яуған

Һауа торошона ышаныс юҡ, әле генә баш өҫтөндә ҡояш ҡыҙҙырһа, күп тә үтмәй ҡойма ямғыр, хатта боҙборсаҡ, ҡар яуыуы ихтимал. Ошо көндәрҙә Ҡырмыҫҡалы һәм Архангель райондарында боҙборсаҡ яуған тиҙәр. Социаль селтәрҙәге фотоларға ҡарағанда бик күп яуған. Хатта юл буйҙары ағарып күренеп ята, ҡар һымаҡ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бындай яуым-төшөм баҫыуҙарға ла, баҡсаларға ла ҙур зыян килтерә. Боҙборсаҡтан һуң үҫемлектәр күтәрелеп китмәй.
Шулай уҡ Бәләбәй районында ла боҙборсаҡ баҫыуҙарға зыян килтергән. Бөгөн ауыл хужалығы буйынса белгестәр ваҡиға урынында зыян күләмен баһалай.
Фото "Бәйләнештә" социаль селтәренән алынды.
Читайте нас: