Яйыҡ
-27 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Июль 2020, 18:40

Ҡайтыу (Айгөл Айытҡолова)

Өс тарафҡа илткән юл сатында торған ҡарт оҙаҡ ҡына хәрәкәтһеҙ торҙо. Өҫтөндәге йыллап кейеүҙән төҫө ҡасҡан зәңгәр курткаһы ла, аяғындағы ейәне модала түгел тип, кеймәй, ҡартатаһына биргән кроссовки ҙа һыу үткәргән һымаҡ булып китте. Нисәнсе көн туҡтамай яуа бит был ямғыры. Йүнләп шытырға ла өлгөрмәгән орлоҡтар йыуылып бөтә бит инде, тағы ни етмәйҙер, тип эстән һуҡранғандай булды. Нишләтәһең, Хоҙай хикмәте барҙыр инде был быҫҡаҡ ямғырҙа ла. Ҡулы һыуланып өшөгәндәй булғас, кеҫәһенә тыҡҡан булды.

(хикәйә)Өс тарафҡа илткән юл сатында торған ҡарт оҙаҡ ҡына хәрәкәтһеҙ торҙо. Өҫтөндәге йыллап кейеүҙән төҫө ҡасҡан зәңгәр курткаһы ла, аяғындағы ейәне модала түгел тип, кеймәй, ҡартатаһына биргән кроссовки ҙа һыу үткәргән һымаҡ булып китте. Нисәнсе көн туҡтамай яуа бит был ямғыры. Йүнләп шытырға ла өлгөрмәгән орлоҡтар йыуылып бөтә бит инде, тағы ни етмәйҙер, тип эстән һуҡранғандай булды. Нишләтәһең, Хоҙай хикмәте барҙыр инде был быҫҡаҡ ямғырҙа ла. Ҡулы һыуланып өшөгәндәй булғас, кеҫәһенә тыҡҡан булды.Тәрән кеҫә төбөндә ятҡан кәпикте бармаҡтары менән тегеләй-былай әйләндереп алды ла, инде күп ҡалманы, тағы берәрҙе артылһам, ауылға ла төшәм тип тынысланды. Аяҡтары талып киткән икән. Байтаҡ ерҙе йәйәү үтте шул. Оло кешегә ни, күп кәрәкме инде, был хәтлем араны бынауындай быҫҡаҡ көндә үтерлек көс ҡайҙан килгәндер тиһең әле.Һуңғы арала ауырыҡһынып торһа ла, күптән ниәтләп торған уйын тормошҡа ашырҙы бит тәки. Ниндәй уй тиһеңме? Ҡасты ул. Ҡарттар йортонан ҡасты. Миңнулла ҡарт ҡәнәғәт йылмайып ҡуйҙы. Иии, ҡартлы-ы-ыҡ... Бала сағалай ҡылығыңа ла ошолай ҡыуанып тор инде... Оят һымаҡ та булып китте бабайға. Шулай ҙа, рәхәт ине уға. Тотҡонлоҡтан ҡасҡан кеүек итеп хис итте үҙен.Ә-ә-ә-әй, ғүмер тигәнең! Үтһә, үтә лә китә икән күҙ асып йомғансы! Ҡарт бала саҡтан таныш ҡырҙарҙы байҡаны. Бынау ғына ерҙә тумарлашып еләк йыйып, анау үрҙәрәк сейә тирә торғайныҡ та баһа! Хәҙер уныһы ла зыярат эсендә ҡалып бара. Тәбиғәттең дә ҡартайыуы шул микән...Миңнулла ҡарт оло юлдан сығып тау битенә ҡарай үрмәләне. Бер һыуһындай күтәрелгәс, лыс һыу булған кәпәсен сисеп һелкеп кейеп алды. Күкрәк тәңгәле әсетеп ҡыҫып ебәрҙе. Турайып баҫҡас, бер талай торҙо әле тынын тигеҙләп. Шунан ғына артына әйләнде. Ус төбөндә шикелле генә ята бит ауылы. Мөрйәләрҙән бағана һымаҡ туп-туралай төтөн һуҙылған. Рәхәәәт... Ошондай көндә ут яғып, арҡаңды мейескә терәп кенә ултыр ине ул.Бер аҙ йөрәкһенеп ҡарап торғас, Миңнулла ҡарт түш кеҫәһенән бер төргәк сығарҙы. Ике ҡат шыптырға төргәйне бит әле. Бынауында түшәп ултырырға ярамаҫмы тип тәүге ҡатын ысҡындырып алды. Бара икән. Зыярат эргәһенәрәк бер-ике аҙымдай күтәрелә бирҙе лә, шыптырҙы шунда түшәп ултырып алған булды. Ҡороға ултырҙы, йәнәһе. Барыр ере, батыр күле булмаһа ла, ошолай ямғыр аҫтында лыс һыу булып ултырһа ла, уға рәхәт ине. Йәшәре йәшәлгән, күрере күрелгән, һуғыш юлы үтелгән, ғүмер ебе һүтелгән, өй һалынған, ағас та ултыртылған, уландары ир булған 78 йәшлек ҡарттың. Йәйрәп кенә ятҡан тыуған ауылын күҙҙән үткәргәндә бөтә тормош юлын барлағандай булды ҡартың.***Еңелдән булманы шул яҙмышы. Күпте күрҙе, күпте кисерҙе. Һигеҙ генә йәшлек сағында ата-әсәһе яҙғы ташҡында һал ағыҙғанда вафат булды. Үкһеҙ йәтим ҡалған малай иңенә үҙенән һуң тыуған өс туғанын ҡарау бурысы ла ятты. Бала сағы булманы. Иртә ир ҡорона инде. Ун йәшендә ололар менән бер ҡатарҙан хөкүмәт эшенә егелде. Ун етеһе тулыр-тулмаҫ егетте ниместәр һуғыш асҡас, фронтҡа алдылар. Шулай итеп, ауылдан, туғандарынан айырҙы уны һуғыш.Оҙон юлдар, ауыр йылдар үтте. Һуғыш та тамамланды. Һәр һалдат һымаҡ ул да тыуған яғына ашҡынды. Тик унда Миңнулланы нигеҙ ташынан башҡа ҡаршылаусы табылманы. Ауыл осондағы зыярат эргәһендәрәк бер генә йорт ҡалған ине, уныһы булһа ла, Ғимран ҡарттың иҫке йорто. Йорто тигәс тә, мунсаһы инде. Өйө туҙғас, шул мунсаны өй итеп рәтләштереп алғайны. Анауында аҫтараҡ та биш-алты хужалыҡ иҫән икән.Яңы төшлөккә күтәрелә башлаған ҡояш арыу ғына ҡыҙҙыра. Һағыныуы етепме, йөрәге әрнепме, һауа үткеһеҙ булып тамаҡ төбөнә төйөр тығылды. Ыңғырашып күкрәк тирәһен ыуалаштырып алды. Һыу эсһәм, ебәрер ине тип уйлап, Ғимран ҡарттар яғына ыңғайланы. Унда ла бер кем булмай сыҡты. Йорто бағыулы ғына, тимәк, йәшәүсе бар тип көтөргә булды. Арыуы еткән, алмағас төбөндәге тәпәш эскәмкәгә ултырып, ағасҡа терәлеүе булды, ойоп та китте.Күп тә үтмәй, яңы сабылған үлән еҫе уятты Миңнулланы. Киндер тоҡҡа нышып тултырылған йәш бесәнде йөкмәп ҡайтып инде ҡарт. Нисәмә йыл эсендә бер үҙ кешене осратыуҙанмы, Миңнулланың тамағындағы баяғы төйөр тағы ла ҙурайып киткәндәй булды, уҡмашып килеп тығылды. Һыңҡылдап ҡына илап ебәрһә, үтер ине лә. Илай ғына алманы.Сит кешене үҙ йортонда күргән ҡарт аптыраманы, шулай тейеш тигән һымаҡ ҡабул итте.- Мә, бушат мынау тоҡто анауында, - тип ҡулы менән ымлап күрһәтте лә, үҙе ҡоҙоҡ эргәһендәге ташҡа барып ултырып, яйлап доға ҡылып алды.- Кем булаһың тиһәм, Ишҡәленең оло улы һымаҡ итеп сырамытам, - йә, һөйлә тигәндәй, Ғимран ҡарт Миңнуллаға текләп ҡараны.- Мин, олатай, мин. Туғандарым бар ине тип туралап ауылға ҡайтҡайным, нигеҙ ташынан башҡа нәмә ҡалмаған... - шул хәтлем дә үҙен үкһеҙ итеп тойғаны юҡ ине әле.-Юҡ инде улар... Ҡараусыһыҙ, яҡлаусыһыҙ ҡалдылар шул. Ә-әәәәй, бер улар ғынамы ни, тотош ауыл бөттө лә баһа! Балалар ҡырылғанда ҡартлыҡ күтәреп йөрөүе лә ғәрлек. Ҡалайтаһың, ғүмерең булғас...- Ғимран ҡарт, ысынлап та, ныҡ бирешкән. Туғыҙынсы тиҫтәгә ҡараған булһа кәрәк, Миңнулла бала саҡта ла ҡарт ине бит...-Анау усаҡҡа ут яғәле, улым. Сәйнүк ҡайнатып, сәй эсеп алайыҡ, - йомошсо булғас, ҡалай рәхәт, тип уйлап алды ул. Их, үҙенең улдары ла ана шул һуғышта ятып ҡалды шул. Бер-бер артлы дүрт ҡара ҡағыҙ алдылар. Әбейе күтәрә алманы был ҡайғыны, улдарының ҡәбере эргәһендә ҡалҡҡаны - уныҡы. Бабай үрелеп зыярат яғына әйләнеп байтаҡ ҡына һүҙһеҙ ултырҙы.Сәй янында ла һүҙ ыраманы. Ауыр ине икенһенә лә. Хәтирәләрҙе яңыртып, яраларҙы ҡуҙғытып килеп төштө бит бынау малай.-Барыр ерең юҡ бит, улым. Миндә ҡал. Үлә-нитә ҡалһам, тейешенсә ерләрһең, исмаһам...***Иртәгәһенә таңға Ғимран ҡарт донъя менән хушлашты. Нисәмә йыл тупланған ауыр хәтирәләрҙе бер төн эсендә ҡабаттан барлауҙы йөрәге күтәрә алманы.Иң яҡын кешеһен оҙатҡандай ҡәҙерләп-хөрмәтләп әҙерләне һуңғы юлға. Дөрөҫөрәге, әҙерләнеләр. Унға ла тулмаған өйҙәрҙә барлығы өс ир заты – Ғимран ҡарты үҙе, һуғыштан ҡаты яраланып алдан ҡайтҡан Хәмиҙулла ла уның улы Илгиҙәр йәшәй ине. Дүртенсе Миңнулла була инде.Мәйетте әҙерләп һалғас, ирҙәр бер-береһенә аптырашып ҡарап алды. Кем йыназа сыға була инде? Хәмиҙулла “ана, ҡөрьән” тигәндәй ымланы Минуллаға. Минме ни тигәндәй баҙап ҡалған ир, ҡулын өҫтөнә һөртөп алған булды. Бисмиллаһын әйтеп һаҡ ҡына китапты асты. Йә, Аллам, ҡайҙан ғына белһен инде был яҙманы... Таушалып бөткән китап биттәрен асырға ла ҡурҡыта, яңылыш йыртылып китер төҫлө, йоҡарып бөткән. Бынауһы нимә икән ул? Бетеү һымаҡ итеп ҡатлап төрөлгән бер нәмә килеп сыҡты. Тегелмәгән. Тимәк, асырға ярай. Миңнулла өҫтәл эргәһендәге ултырғысҡа ултырып, ипләп кенә төргәкте асты. Ҡатлап-ҡатлап төрөлгән ҡағыҙ һәйбәт һаҡланған. Һарғаймаған да хатта. Нисек һарғайһын инде, анаусама ҡатлап һалынғас. Ҡыштырлап торған ҡағыҙҙы асып, рәтләп яҙып өҫтәлгә һалды. Ҡағыҙҙа латин хәрефтәре менән әйтелеше яҙылған “Йәсин” сүрәһе ине... Боронғо яҙманы белгәндәрҙән бер үҙе тороп ҡалғас, исмаһам, ошо доғаны әйләндереп яҙып ҡуйым, үлә-нитә ҡалһам, уҡыусыһы табылыр, моғайын, тип әҙерләп һалған ине уны Ғимран бабай. Бына шул ҡағыҙ уның ҡуйынында. Миңнулла ҡарт, хәтирәләре яңырыуҙанмы, илаған һымаҡ өн сығарып иңрәп ҡуйҙы.****Ғимран ҡартты ерләгәндән һуң оҙаҡ торманы ул унда. Йорт-тирәһен байҡаштырып, рәтләрен рәтләштерҙе лә, ҡарттың мал-тыуары (мал-тыуар тигәс тә, һөт кәзәһе менән бер нисә тауыҡ инде) Хәмиҙуллаға тапшырып, эш юллап ҡалаға сығып китте. Һуғыштан һуң емереклектәрҙе тергеҙергә, яңынан төҙөргә ҡайҙа ла эшсе ҡулдар кәрәк заман ине, Миңнулла барған көндө үк эшкә төштө. Йән биргәнгә йүне сығып тора ул, йәшәргә урыны ла тиҙ табылды. Ҡала ситендә йәшәгән яңғыҙ әбейгә йортҡа инде. Хаҡ итеп йорт-ҡураһын ипләштерергә, утын-фәлән әҙерләштереп торорға, баҡса-хужалыҡ тирәһендә булышырға һөйләште.Һәйбәт эшләне. Эшендә хөрмәт иттеләр уны. Нимәгә тотонһа, шуныһы ырап ҡына торҙо. Оҫта ҡуллы егеткә төҙөлөшкә эшкә килгән ҡыҙҙар ҙа һоҡланып ҡараны. Ғашиҡ та булдылар, моңланып йырҙар ҙа йырланылар, төндәрен мендәр ҙә сылаттылар. Егет күңеле иһә Рабиға исемле ҡыҙҙы үҙ итте. Күп кәрәкме инде йәш йөрәккә! Бер ҡарауҙан ғашиҡ булыу тигәне ошолор инде. Муйыл сәскәһенең илерткес еҫе таралған илаһи мәл ине шул улар осрашҡанда. Хәйер, осрашҡанда тип, бер йыл самаһы бергә эшләйҙәр ҙә инде. Быға тиклем нишләп иғтибар итмәй йөрөгәндәрҙер бер-береһенә -уныһын бер хаҡ тәғәлә генә беләлер. Бик оҙаҡ уйлап торманы йәштәр, көҙгә дуҫ-иштәре менән берләшеп, самалы ғына туй ҙа үткәреп ҡуйҙылар. Татыу булдылар. Юҡ-барға йөҙ йыртышып әрләшеп ултырманылар, ир һүҙен һүҙ итә белде Рабиғаһы. Аш-һыуға ла оҫта ине, майы һарҡып торған картуф бәлеше генә ни тора!Торған ерҙәре тар ғына булһа ла, бер-бер артлы өс улы донъяға килде. Фатир хужаһы Мәрйәм әбей балаларға өләсәй ҙә, ҡәртәсәй ҙә булды. Йомош-маҙар менән сыҡһалар, һәр саҡ күҙ-ҡолаҡ булып ҡалыр ине.Балалары ҡул араһына ингәс, Миңнулла тыуған ауылына ҡайтты. Ауыл һауаһы һулап, ер эшен белеп үҫһендәр тип уйланы ул. Һуғыштан һуң ҡоро ташы тороп ҡалған атай нигеҙе урынына йорт һалды. Матур йәшәнеләр. Донъялары ла ыҡсым булды. Рабиғаһы ғына иртә китте. Шунан һуң донъяның аҫты өҫкә әйләндәй, гел киреләп китте тормошо. Оло улы, ярай, башлы-күҙле булып өлгөргәйне, ғаиләһен алды ла бөтөнләй сит тарафтарға сыҡты ла китте. Кинйә улы ташҡын ваҡытында бер баланы ҡотҡарам тип һыуға төшөп, шунан мандый алмай үпкә сире менән бик йәшләй генә үлеп ҡалды. Уртансы улы ни өйләнмәне, ни үлмәне тигәндәй, йөрөй әле ҡоро шәүлә булып.Ҡарттар йортона ла шуның арҡаһында барып эләкте Миңнулла ҡарт. Бер уйлаһаң, насар урын да түгел: өҫтөң таҙа, ваҡытында ашаталар, пенсияһы килеп тора, бала кеүек ҡарайҙар, ят та ят бит инде шул ҡарттар араһында тыныс ҡына. Юҡ. Ундай кеше түгел шул ул. Үҙ яйыңа, көңгөр-ҡаңғыр килеп кенә йәшәмәгәс, нимәгә кәрәк был иркен донъя ла оҙон ғүмерең?***Олоғайып, сир баҫҡас, Миңнулла бабайҙы ҡышҡылыҡҡа оло улы үҙе йәшәгән яҡҡа алып ҡайтты. Ике-өс йыл самаһы шулай иттеләр. Ҡыш алып ҡайта ла, яҙ етеүгә, май байрамына ауылға алып ҡайтып ҡалдыра. Тик һуңғы ҡыш ҡына ныҡ ауыр үтте. Ҡартҡа себер һауаһы бик килешмәгән һымаҡ тойолдо. Тыуған ауылын йышыраҡ һағынды. Ҡышын ишек алдына сығып ҡарын көрәп йөрөһә лә, үҙ ере үҙ инде. Ҡайтырға булды. Оло улы ҡустыһы менән бәйләнешкә сыға алмаһа ла, моғайын, ауыл тирәһенән китеп йөрөмәйҙер әле тип, атайҙарын поездға ултыртып, күстәнәстәрен, кәрәк-ярағын мул итеп тейәп ҡайтарып ебәрҙе. Үҙе ашығыс эш менән сит илгә сығып китте. Йәй ҡайтырға һүҙ биреп, матур ғына оҙатыуына ла риза ине ҡарт. Ни тиһәң дә, эш кешеһе, ғаиләһе бар. Аяҡ-ҡулы иҫән саҡта ҡайтып етер әле үҙе, Алла бирһә.Еңеү байрамына әле ике аҙналай ваҡыт бар. Өс көн тигәндә ҡайтып та етәсәк....Үҙ яғыма ҡайтһам, ергә ятыпТыңлар инем үлән үҫкәнен...-Ҡалай тушны итеп йырлай бынау малай! Тауышын аса бир сәле, улым? - Миңнулла ҡарт водителгә өндәште. Татар малайы бик илгәҙәк кенә булып сыҡты:-Үзебезнең моңнар инде, тыңлыйк, әйдә, кинәнеп! - тип һаңрау ҡолаҡҡа ла ишетерлек итеп асып ҡуйҙы.Рәхәтләнеп моңланды бабай. Ҡушылып мөңрәп тә алды. Ҡайтып бара бит ул. Һағынып ҡайтып бара. Әсәһен һағынған бала шикелле.Шулай күпме барғандыр, ниһайәт, таныш ҡырҙар, болондар, хатта ауыл осондағы зыярат та күренде. Вокзал да йыраҡ түгел. Өс тарафҡа илткән юл сатында ғына.Бөтәһенән алда Миңнулла ҡарт төштө автобустан. Төштө лә, яҙғы ҡояшҡа күҙҙәрен ҡыҫа биреңкерәп, тирә-яҡты байҡап алды. Бына ул уның тыуған ауылы! Кендек ҡаны тамған изге төйәге!Ҡаршы алырға килеүсе юҡ микән тип үрелеп-үрелеп кеше араһынан таныш һынды эҙләне. Улы күренмәһә лә бошонманы. Күңелендә әйтеп аңлата алмаҫлыҡ рәхәтлек кисерә ине ул. Әйберҙәрен икешәрләп ике ҡулына тотто ла, ауылға табан атланы. Юлда ла артыҡ кеше осраманы. Бөтәһе лә өй тирәһендә яҙғы эштәр менән мәшғүлдер тип уйланы ҡарт.Шулааай! Ер кешеһе бит ауылдаштары! Һағындырған бит, әй, ер эше! Бер-ике күнәктәй картуфын сәсеп, һуған-кишерен дә ултыртыр әле. Баҡсаһы иркен. Алмағастарҙың олондарын да аҡлап сығырға кәрәк булыр, ҡурай еләге лә ҡуйырып киткәндер инде, ҡарағаттарҙы ла күсерер кәрәк.Туғыҙынсы тиҫтәне ваҡлаған ҡарттың шулай шыңғырлатып донъя көтөргә ниәтләп ҡайтып барыуын белһәләр, көлөп кенә ҡарарҙар инеме икән... Шундай дәртле уйҙар менән ҡайтып еткәнен һиҙмәне лә бабай.О-о-о, эсә, нипутивуй тиһәм дә, ана ҡалай буяп, рәтләп ултыртып ҡуйған ул өйҙө! Буяҡ еҫе таралып та өлгөрмәгән. Миңнулла ҡарттың яратҡан йәшел төҫкә буяған бит әле ҡоймаларҙы ла. Тәҙрә яңаҡтарын да семәрленән алып ҡуйған. Әллә гөл дә ултыртҡан инде? Шулай шул, ана бит, ярангөлдәр ҡалай шаурап сәскә атып ултыра! Ай-һай, был малай килен алып ҡайтҡандыр! Ҡарт ошондай күңелле уйҙар менән ишек шаҡый.- Атай ҡайтты! -эстән бала тауышы сыҡҡанға һиҫкәнеп китте.- Атай түгел, олатай килгән. Һаумыһығыҙ! Һеҙгә кем кәрәк? - тупһанан төшкән ыңғайы бәләкәй балаһын күтәреп алған йәш ҡыҙ итәғәтле генә күренде.Килендер, тип уйлап алды.- Һаумы, килен! Ҡайтып еттем бына. Самат улым эштәме әллә?- Миңнулла ҡарт сумаҙандарын күтәреп өйгә инеп китте. Аптырашынан ни һаулыҡ һорашырға ла онотҡан ҡыҙыҡай:- Һаумыһығыҙ, олатай... Ниндәй Самат?- тип һораны ҡатын аптырап.- Самат ирең булалыр инде, минең улым бит ул. Уртансы улым, - бабай өҫ кейемен һала-һала хәбәрен теҙҙе.- Ҡаршыларға сыҡһамы тип уйлай инем, ул ҡайҙан белһен инде минең бөгөн ҡайтырҙы, ағаһы хәбәр итеп өлгөрмәне бит әле.- Һеҙ ошо йорт хужаһын әйтәһегеҙме ни? Самат ағай өйөн беҙгә һатты бит ул, олатай.-Һатты? Нисек һатты? Ә һин кем атыу? Һуң, был бит минең йорт! Уны нисек һатмаҡ кәрәк? Һин шаяртма, килен, ҡайны ҡарт менән шаярыу килешмәй, тапҡанһың ваҡыт, ана бар, сәй ҡуй, сарсатылған, - буш менән башты ҡатырма әле тигән һымаҡ ҡулы менән “бар-бар” тип һелтәнеп үк ҡуйҙы. Йәш ҡатын нимә тип әйтергә лә белмәне. Иң ахырҙа балаларын етәкләп аш-һыу бүлмәһенә үтте, сәй ултыртты.- Әйҙә, олатай, сәйем ҡайнаған. Ҡулыңды анауында йыу ҙа, - ҡулйыуғысты эйәге менән ымлап ҡына күрһәтте лә, сынаяҡтарын теҙеп, сәй яһаны, бәлештәрен киҫте, майын, балын ултыртты. Уңарса булмай тышта машина тауышы ишетелде.-Атай ҡайтты! -теге бала эләгә-йығыла ҡапҡанан инеп килгән иргә ҡаршы йүгерҙе.-Һаумы, олатай! Сәйегеҙ тәмле булһын!Ҡайҙан килә ятышмы, ҡайтып барышмы, тигәндәй? Юлай булам мин. Быныһы минең кәләш -Алһыу. Әй, танышып өлгөргәнһегеҙҙер әле, моғайын, - ир ике ҡуллап тороп килеп күреште бабай менән.Миңнулла ҡарт эсеп бөткән сәйенең төбөн шөрпөлдәтеп һемереп алған булды. Тамағына килеп тығылған төйөрҙө ул шулай йотоп ебәрмәксе ине.- Юлай тиһең инде... Ә Самат ағайың ҡайҙа?- Самат ағаймы? Ул ни, сығып китте ул күптән әллә ҡайҙа. Ҡайҙалығын да белгән юҡ. Йорто һәйбәт, һатып алдыҡ. Буяштырып, рәтләштереп тә ҡуйҙыҡ бына көндәр йылына башлағас та,- ирҙең һөйләгәнен тын алырға ла ҡурҡып тыңлап ултырған бабай күҙ алдына бәләкәсәйеп, сүгеп, бөкрәйеп киткәндәй булды. - Самат ағай һеҙҙең кемегеҙ һуң, олатай?-Улым...Уртансы улым...Артабан ни булғанын хәтерләгеһе килмәйсә ҡалҡынып ҡуйҙы бабай. Ямғыр туҡтаған икән, шөкөр. Үҙ ҡулың менән һалған йорт тупһаһында ла сит кеше булып баҫып тор инде мына... Ярай әле, Юлай үткер генә булып сыҡты, Миңнулла ҡартты ҡарттар йортона тиҙ арала урынлаштырыу сараһын күрҙе. Ҡалайтаһың, күнде, яҙмышы былай ҡырҡа боролош алыр тип кем уйлаһын да кем белһен. Бөйөк Еңеүҙең ошо яҙын ҡарт сит ерҙә, сит кешеләр араһында ҡаршыланы. Ҡаршыланы тип әйтеүе генә. Беҙҙең биләмәгә ҡарамай ул бабай тип хатта ветерандар араһына ултыртманылар. Торҙо инде шунда ситтән генә күҙәтеп. Ауылдағылар иһә уның ҡайтып килеүен, аҙаҡ ҡарттар йортона барып эләгеүен белмәй ҙә ҡалды. Хатта үҙҙәренең силсәүит башлығы ла ялда булып, был ваҡиғаны белмәне. Шуға күрә йыл да яҙын ҡайтып йөрөгән ветеранды был юлы тереләр иҫәбенән төшөрөп ҡалдырҙы...Бына шулай килеп эләкте ул тотҡонға. Тере килеш үлеләр иҫәбендә йөрөнө. Ниндәй дәһшәтле һуғышта әсир эләкмәгән ҡарт яугир үҙен ысынлап та тотҡонда һымаҡ хис итте. Былай булмай тине ул үҙенә эстән генә. Ҡасыр кәрәк. Оҙаҡ уйланы. Ярармы, килешерме, язаһы эләкмәҫме тип тә борсолдо. Шулай ҙа, туғыҙынсы майҙы ул тыуған ауылында ҡаршыларға тейешмен тип бер көн төш мәлендә тотто ла сыҡты ла китте. Бер әйберен дә алманы. Йоҡлағанда мендәр аҫтына һалып йөрөткән баяғы Ғимран ҡарттың доғаһын алды ла миҙаллы кәстүмен кейҙе. Ҡайҙа барам, кемгә барып йығылам тип уйланманы ла хатта. Белә ине ул ҡайҙа барырын. Ҡулында бер тин аҡсаһы булмаһа ла, изге йәндәр әҙ түгел. (Хәйер, кәпик булһа ла бар бит әле тигәндәй, бабай ҡулын кеҫәһенә тығып ебәргән булды). Ҡаланан район үҙәгенә тиклем буш ултыртып алып килделәр. Ә был яғына инде ул йәйәүле “ат”ҡа ултырҙы... Иҫән кешегә ни, бына, ҡайтып етте бит, етте...
Бабай ике ҡулы менән бите буйлап аҡҡан әллә ямғыр, әллә күҙ йәшен һыпырҙы ла, доғалыҡты тағы ҡулына алды. Өшөгән ҡулы ҡатып, тыңлашмағандай ҡалтырап , бер талай яҙа алмай йонсоно ҡағыҙҙы. Һыулатып, ебетеп бөттө. Ҡытыршы усы менән тигеҙләп яҙманы алдына һалды һәм үҙе генә белгән көй менән көйләп кенә уҡый башланы. Икенсе ҡулы менән түш тирәһен ыуалап-ыуалап, миҙалдарын барлағандай итте... Иртәгә бит май байрамы...***Бөйөк Еңеүҙең тағы бер яҙын алып килгән иртәлә уның кәүҙәһенә зыярат һаҡсыһы Миңлейәр юлыҡты. Офоҡта ҡыҙарып ҡалҡып килгән ҡояш нурҙары Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Миңнулла ҡарт Баһауетдиновтың күкрәгендә шауҙырлап торған миҙалдарын ал ҡан төҫөнәме, Еңеү төҫөнәме мансыны, ямғырҙан йыуылып, теткеләнеп бөткән ҡағыҙҙы йомарлаған ҡулын йылытырға теләгәндәй, йомарт, йылы нурҙарын һипте...
Автор: Айгөл Айытҡолова.
Читайте нас в