Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Июль 2020, 10:55

"Мәҙәниәт ирекмәндәре" ойошмаһының Кушнаренкола тәүге бүлексәһе барлыҡҡа килде

Уҙған йылда Рәсәйҙең мәҙәниәт министрлығы “Мәҙәниәт ирекмәндәре” федераль программаһын “Мәҙәниәт” милли проектына индергәйне.

#национальныепроекты #нацпроекты #региональныепроекты#регпроекты #нацпроектыБашкортостан #ВладимирПутин
2019 йылда РФ Мәҙәниәт министрлығы “Мәҙәниәт ирекмәндәре” федераль программаһын “Мәҙәниәт” милли проектына индергәйне.
Был проектты тормошҡа ашырыу өсөн Башҡортостанда “Мәҙәниәт ирекмәндәре” ижтимағи ойошмаһы булдырылған. Кушнаренко районында ла был ойошманың беренсе бүлексәһе асылды.
Был ижтимағи хәрәкәттең маҡсаты – мәҙәниәт өлкәһендәге әүҙем граждандарҙың берҙәмлеген булдырыу. Ә мәҙәниәт ирекмәндәренең төп маҡсаты иһә күп милләтле халҡыбыҙҙың мәҙәни мираҫтарын һаҡлау, концерт, флешмоб, оҫталыҡ кластары кеүек сараларҙы үткәреүгә булышлыҡ итеү.
Күптән түгел районда ойошторолған тәүге йыйылышҡа бүлексә идараһына биш ағза һайлап алынды. Шуныһы һөйөнөслө: Кушнаренко районында үҙҙәрен ижад һәм ҡул оҫталығы йәһәтенән күрһәтә алырлыҡ кешеләр бихисап. Ә мәҙәниәт ирекмәндәре ярҙамында күптәр мәҙәни сараларҙа ҡатнаша һәм үҙенең һәләттәрен үҫтерә аласаҡ.
“Мәҙәниәт” милли проекты ил Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә барлыҡҡа килде.
"Башҡортостан" (А. Низамова)
Фото: Кушнаренко районы хакимиәте.
Читайте нас: