Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Июль 2020, 13:00

Отош дауам итә

Отош дауам итә. Был юлы уңыш Ҡалуй ауылынан Алһыу Насироваға йылмайҙы. Бүләккә ул электр сәйнүк алды.

Отош дауам итә. Был юлы уңыш Ҡалуй ауылынан Алһыу Насироваға йылмайҙы. Бүләккә ул электр сәйнүк алды.
Алһыу Рәсүл ҡыҙы сығышы менән Амангилде ауылынан. Белорет медицина училищеһын тамамлаған. Яҙмыш еле ҡатынды ғаиләһе менән Үзбәкстан тарафтарына ташлай. Бында ул 25 йыл йәшәй. Акушер-анестизист булып эшләй. Дөйөм хеҙмәт стажы 32 йыл.
Алһыу Насирова дүрт бала әсәһе. Дүрт улын да ул яңғыҙы үҫтергән. Бөгөнгө көндә барыһы ла үҙ тормоштары менән йәшәйҙәр. Еңеүсебеҙҙең ике ейәне һәм бер ейәнсәре бар.
- Үзбәкстандан күсеп ҡайтғас та“Яйыҡ” гәзитен алдыра башланым. Бөгөнгө көнгәсә баҫманан айырылғаным юҡ, - ти ҡатын.
Алһыу Рәсүл ҡыҙы бәйләм бәйләргә оҫта. Кроссворд сисергә, китап уҡырға ярата һәм йәмәғәт тормошонда ҡайнап йәшәй.
Читайте нас: