Яйыҡ
-7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Июль 2020, 18:30

Сабыйҙың етем ҡалыуында коронавирус ғәйеплеме?

Бәхетһеҙ осраҡ ошо көндәрҙә баш ҡаланың Дим биҫтәһендәге дауаханала булған.

Бәхетһеҙ осраҡ ошо көндәрҙә баш ҡаланың Дим биҫтәһендәге дауаханала булған. Бер ҡатын бала табып, бер аҙна үткәс, яҡты донъя менән хушлашҡан. Туғандары фекеренсә, бында коронавирус ғәйепле.
Был хәл тураһында үлгән ҡатындың ағаһы Рөстәм Кәбиров “Фейсбук”та яҙып сыҡҡан.
– Һигеҙ көн элек кенә мин сираттағы тапҡыр ағай булдым. Ә ете көн элек һеңлемде Димдәге дауаханаға алып киттеләр. Кисә ул ағайыма шылтыратҡан һәм хәленең хөртәйеүен белдергән, иң насар хәбәргә әҙерләнегеҙ тигән. Ә бөгөн ул ысынлап та вафат булды. Был хәлдәрҙең бөтөүе өсөн нимә эшләргә кәрәк һуң ул? – тип яҙған ул кисә.
Рөстәм Кәбиров фекеренсә, уның һеңлеһендә коронавирус булыуы ихтимал. Ҡатында пневмония булған, ковидҡа алынған анализдың һөҙөмтәләре әлегә билдәле түгел. Яҡынын юғалтҡан ир был инфекцияға ҡарата бөтәһен дә һаҡ булырға һәм һаулыҡҡа яуаплы ҡарарға саҡырған.
Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығында хәбәр итеүҙәренсә, ҡатындың үлем осрағы буйынса эске тикшереү алып барыла. Уға күрһәтелгән дауаның ни тиклем сифатлы булыуын асыҡлайҙар.
Фото: pixabay.com
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: