Мәскәүҙә аяныслы осраҡлыҡ арҡаһында яҡташыбыҙ һәләк булған. Был хаҡта “Комсомольская правда” порталы хәбәр итә.
Хәл июль уртаһында теркәлгән. 29 йәшлек Айгөл. М. 11-се ҡатта урынлашҡан фатирының тәҙрәләрен йыуырға ниәтләгән. Әммә эш менән булған ваҡытта кинәт тайып китеп, ул бейеклектән осоп төшкән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡатын алған тән йәрәхәттәренән урында уҡ йән биргән.
Үтеп барыусылар “ашығыс ярҙам” хеҙмәтен саҡырған, тик уларға үлем осрағын теркәргә генә ҡалған.
Әлеге ваҡытта йәш ҡатындың һәләк булыу осрағын тәфтишселәр тикшерә. Яҡташыбыҙҙың яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.
Автор: Гүзәлиә Балтабаева