Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Июль 2020, 12:05

Жуликтар яңыса эш итә

Мут бәндәләр тоҙағына эләкмәгеҙ

Ҡурҡыныс ҡоторған вирус яғынан ғына янамай, бур-ҡараҡтар ҙа халыҡтың күсәрҙән ысҡыныуын, ҡурҡыуға бирелеүен файҙалана башлаған. БР Прокуратураһының енәйәт-процесуаль һәм оператив-розыск надзоры идаралығы эпидемия менән бәйле халыҡты алдау осраҡтары тураһында иҫкәртте.
Алдашыуҙың бер төрө - корнавирус йоҡторған кешеләргә, эпидемияға ҡаршы көрәшкән медицина хеҙмәткәрҙәренә ярҙам күрһәтеү һылтауы менән “хәйриә маҡсатында” аҡса йыйыу.
Йәнәһе лә коронавирус йоғоуҙан һаҡлаған тауарҙар һәм ялған “вакциналар” һатып кәсеп итеү. Был хаҡта иғландар 2020 йылдың ғинуарынан күренә башланы, ә бит ундай сара әлегә тиклем юҡ. Бынан тыш , йәнәһе лә вирустан ҡурсалаған тылсымдар (амулеттар), башҡа дини табыныу предметтары менән сауҙа бара. Окультизм (хөрәфәтселек) йәһәтенән түләүле хеҙмәтләндереү башҡарыла – өшкөрөү, “һыуҙы сихәтләндереү” һәм башҡа.
Ҡайһы-бер золомсылар граждандарға ялған белдереү ҡағыҙҙары ебәрә – йәнәһе лә, ҡурсаланыу режимын боҙған өсөн фәлән-фәлән ергә фәлән-фәлән сумма күсерергә тейешһегеҙ.
Ошо мутлашыу ысулдары ла осрай:
- яҡын кешегеҙ ҡоронавирус йоҡторҙо, дауалау өсөн кәрәк, тип аҡса күсертеү;
- ҡурсаланыу шарттарында булған кешеләргә теләгән урында иркен йөрөү өсөн ялған “рөхсәт” документтары һатыу;
-авиакомпания, турагентлыҡ хеҙмәткәрҙәре исеменән путевка, билет хаҡын ҡайтарыу һылтауы менән бәйләнешкә инеп, граждандарҙы алдау һәм башҡа.
Бөтә кешелек өсөн пандемия оло бәлә бәлә булһа, кемдер өсөн – кешене тишек кәмәгә ултыртыу өсөн яңы форсатҡа әйләнгән.
Читайте нас: