Яҡташыбыҙ, Ҡыйғы районы хакимиәте башлығы Зөһрә Гордиенко социаль селтәрҙә үҙенең сәхифәһендә райондарында тағы бер ғәҙәттән тыш хәл теркәлеүен хәбәр итте. Баҡтиһәң, йәй уртаһында Ҡыйғы районының Первомайский ауылына бүреләр килгән һәм һөжүм иткән.
“Хөрмәтле район халҡы! Бөгөн Первомайский ауылында бүреләр шәхси йорт ихатаһына инеп, һарыҡтарҙы боғаҙлаған. Һунарсылар белдереүенсә, бүреләр янғын сыҡҡан урман биләмәләренән ҡасып, ауылдарға яҡынлашҡан. Һаҡ булығыҙ! Ғәҙәттән тыш хәл килеп сыға ҡалһа, кисекмәҫтән Берҙәм диспетчер хеҙмәтенә шылтыратығыҙ”, - тип мөрәжәғәт итә хакимиәт башлығы район халҡына.