Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Июль 2020, 18:00

Был мөхәббәтме, юҡмы?

Сауҙа нөктәһендә күптәнге таныш ҡатынды осраттым. Олпат ҡына бер ир менән һөйләшә-һөйләшә һыуытҡыс һайлайҙар ине.- Һаумыһығыҙ! - тинем.Минән арыу ғына олораҡ булыуға ҡарамаҫтан, һүҙҙәребеҙ берегә ошо апай менән. Аҡыллы, сабыр, диниә ҡатын менән аралашыу нисектер рәхәт. Ауыр саҡта тынысландыра белә, төплө кәңәштәр бирә. Ҡайһы саҡта, киреһенсә, минән кәңәш һорап шылтырата. Ғәҙәттә, ихласлап, ҡосаҡлашып күрешәбеҙ. Был юлы ҡапыл тартынып киткәндәй булды, ҡарашын йәшерҙе, ҡыҙарған кеүек тә ине. Уның уңайһыҙланыуын күреп: “Һыуытҡыс ҡарайһығыҙмы? Ә мин кер йыйыу машинаһы эҙләп ингәйнем”, - тинем дә супермаркеттың икенсе яғына китә һалдым.

Сауҙа нөктәһендә күптәнге таныш ҡатынды осраттым. Олпат ҡына бер ир менән һөйләшә-һөйләшә һыуытҡыс һайлайҙар ине.
- Һаумыһығыҙ! - тинем.
Минән арыу ғына олораҡ булыуға ҡарамаҫтан, һүҙҙәребеҙ берегә ошо апай менән. Аҡыллы, сабыр, диниә ҡатын менән аралашыу нисектер рәхәт. Ауыр саҡта тынысландыра белә, төплө кәңәштәр бирә. Ҡайһы саҡта, киреһенсә, минән кәңәш һорап шылтырата. Ғәҙәттә, ихласлап, ҡосаҡлашып күрешәбеҙ. Был юлы ҡапыл тартынып киткәндәй булды, ҡарашын йәшерҙе, ҡыҙарған кеүек тә ине. Уның уңайһыҙланыуын күреп: “Һыуытҡыс ҡарайһығыҙмы? Ә мин кер йыйыу машинаһы эҙләп ингәйнем”, - тинем дә супермаркеттың икенсе яғына китә һалдым.
Кискеһен шылтыратты.
- Эй, уңайһыҙ килеп сыҡты. Ҡапыл ни эшләптер ныҡ оялдым да ҡуйҙым, - тип хәл-әхүәлен һөйләп ташланы.
38 йәшендә генә тормошҡа сығып, бер ул тапҡан был апай. Ҡулы ла, күңеле лә ҡаты ире менән тора алмай айырылышҡан. “Динебеҙ айырылыуҙы өнәмәһә лә, ошо аҙымға барҙым инде. Ныҡ ауыр булды уның менән йәшәүе”, - тип һөйләгәйне.
Айырылып, тыуған яғына ҡайтҡас, дингә баш-көллө бирелде, намаҙҙарын, ураҙаларын ҡалдырмай. Бөтә ғүмерен эшенә, улына һәм иманға бағышлап, матур ғына йәшәй бирҙе.
Әле бына бергә эшләгән коллегаһы тол ҡалған ағаһы менән таныштырған икән.
- Ҡалаға йомош менән килгән ине, эшемә килде. Хужанан ярты көнгә һорап, ҡайтып киттем. Юлдан килгән кеше, мосафир бит, нисек сәй эсермәй эштә ултыртып ҡуяһың. Һыуытҡысымдың эшләмәүен күреп, сәбәбен һорашты. “Йүнәтерлек түгел шул, оҫта килеп ҡараны. Яңыһын алырға кәрәк”, - тигәс, “Аҡса кәрәкме әллә? Әйҙә, биреп торайым”, - ти. “Юҡ, аҡсам бар ҙа ул, ҡарап алырға берәй белгән кеше булһа тигәйнем. Кейәүемдең ваҡыты бушауын көтәүелләп йөрөйөм”, - тигәс, “әйҙә лә әйҙә” тип магазинға алып китте. Ҡарап алып бирешеп, урынлаштырғас, ҡайтып китте.
- Ярай, хәйерле булһын! – тием.
- Һыуытҡысмы?
- Һыуытҡыс та, еҙнә лә! – тип шаяртам.
- Эй, ҡуй әле! Былай ҙа урамда икебеҙҙе бергә кеше күреп ҡалмаһын, тип кенә уйлағайным, һин килеп сыҡтың... – тип көлдө.
- Ниндәйерәк кеше һуң? – тип ҡыҙыҡһынам.
- Бик һәйбәт кеше! Бығаса күберәк телефондан аралашҡайныҡ, әле бына ике тапҡыр килеп ҡайтты. Ышанаһыңмы-юҡмы, шуны уйлап тик йөрөйөм. Күңелем ятты ла ҡуйҙы. Үҙемә үҙем аптырайым. Мөхәббәт тигәндәре шулай буламы икән әллә? Үҙем улыма, туғандарыма нимә тип әйтәм тип уйланам. Уңайһыҙ ҙа кеүек. 60-ҡа етеп барғанда, кемдер менән тормошоңдо бәйләү ситтән ҡарағанда көлкө түгелме икән?
Оҙаҡ ҡына һөйләштек был кистә. Үҙемсә, кәңәштәр бирҙем инде... Күңеленә алғандырмы-юҡмы кәңәштәремде әхирәт апайым, әммә бер айҙан ул, никах уҡытып, баш көллө ҡала янындағы ауылға йәшәргә күсеп китте. Бына өсөнсө йыл бәхетле ҡатын булып, гөрләтеп донъя көтөп йәшәп ятыуҙары...
Фото: zen.yandex.ru
Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: