Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Июль 2020, 17:35

Диңгеҙгә барҙыңмы? Тест бир!

Кемдәр илдең көнъяҡ курорттарында, Краснодар крайында, Ҡырымда ял итеп ҡайтҡан, шуларҙы коронавирусҡа тикшерә башлайҙар.

Кемдәр илдең көнъяҡ курорттарында, Краснодар крайында, Ҡырымда ял итеп ҡайтҡан, шуларҙы коронавирусҡа тикшерә башлайҙар.
Аэропорт, вокзалдарҙа, автомобиль менән барыусыларҙы өйҙәренә барып. Был ҡарар Башҡортостан Республикаһында коронавирус инфекцияһының таралыуына юл ҡуймау буйынса оператив штаб ултырышында ҡабул ителгән. Сөнки рөхсәт булыу менән күп халыҡ диңгеҙ буйына ағылды. Унда битлек кеймәй, социаль аралыҡты һаҡламай йөрөйҙәр. Көньяҡтың бер нисә төбәгендә коронавирус инфекцияһы сығанағы барығы билдәле.
Оператив штаб Башҡортостан халҡын быйылға диңгеҙгә барыуҙан тыйылып торорға кәңәш итә. COVID-19 вирусы таралыу хәүефе бөтмәгән әле, ә халыҡ күп йыйылған урындарҙа бигерәк тә ҡурҡыныс ҙур.
Автор: Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: