Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Июль 2020, 17:40

Өфө ҡыҙы ике берҙәм дәүләт имтиханының һәр береһен 100 балға яҙған

Өфө ҡыҙы ике берҙәм дәүләт имтиханының һәр береһен 100 балға яҙған

Анна Хайтина — Башҡортостанда ике берҙәм дәүләт имтиханын 200 балға тапшырған берҙән-бер уҡыусы. Ул математиканан һәм информатиканан ошондай юғары һөҙөмтәгә өлгәшкән. Ҡыҙ борсолмаһа ла булған – ул олимпиада йомғаҡтары буйынса Мәскәү физика-техник институтына алынған. Ләкин уны үҙе һайлаған факультетҡа ҡабул итмәгәндәр һәм хәҙер Анна «Ғәмәли математика һәм информатика» белгеслегенә инеү өсөн кәрәкле балл йыған. Ул үҙенең тормошон IT-өлкәһе менән бәйләргә теләй.— Имтихан ваҡытында ата-әсәйем минән нығыраҡ ҡайғырҙы. Мин һөҙөмтәләрҙең һәйбәт булырына ышандым. Уҡыусыларға кәңәшем шул: олимпиадаларҙа ҡатнашығыҙ, улар күп нәмә бирә. Репетиторҙар булһа ла һәйбәт, ләкин үҙең шөғөлләнмәһәң, һөҙөмтә көтөргә кәрәкмәй.Аныҡ фәндәрҙән тыш Анна сәнғәтте ярата – ул «фортепиано» класы буйынса музыка мәктәбен, художество мәктәбен тамамлаған, үҙе гитарала уйнарға өйрәнгән. Тау саңғыһында шыуа һәм сноубордты үҙләштерә.Матур һәм аҡыллы ҡыҙ!
https://vk.com/bashkortostanim
Читайте нас: