..Настяның үлемен кис кенә хәбәр иткәндәр. Тегендә йә бында кешегә ялланып эшләп йөрөгән, һәр саҡ тиерлек “һуҡмыш” булған ағалары төнгә ҡарай машина эҙләп сапҡан: ауыр хәбәр еткергән кеше ҡатын менән ҡайҙа, нимә, ни өсөн булғанын әйтеп тормаған. Күрше ауылдың көтөү көткән тауы буйындағы яланға барырға ҡушҡандар. Бына шулай, ағалары бала саҡтан “ҡошсоҡ” тип йөрөткән Настяның һуңғы көнө шунда тамамланған.
Ә хәл хөрт булып сыҡҡан: түҙеп торғоһоҙ эҫелә көн һайын айнымай тиерлек эскән Настя, ҡайны йораты менән кемгәлер көтөү көтөргә ялланған. Асыҡ яланда әлһерәп, мал артынан йөрөгән әле ул. Төштән һуң хәле насарая башлаған. Бер аҙ ятып торорға ниәтләп, юлдан йыраҡ түгел ерҙә үләнгә ятҡан. Баш аҫтына иҫке кофтаһын да һалған булған...Алыҫ булмаған ҡыуаҡтар аҫтына, күләгәгә лә барып етмәгән – шул тиклем хәле насар булдымы икән? Бер нисә сәғәттән эргәһенә һыбайлы ҡайныһы килеп ҡысҡырып киткән:
– Көн кискә ауыша, нимәңде ҡарап ятаһың?
Настя ҡуҙғалмағас, мал артынан йүнәлгән: көтөү көткәндә тик тороп булмай. Инде ҡояш байый башлағас, килененең үлән араһынан һаман тормауын күреп, ҡарт яҡыныраҡ килгән һәм... ҡото осҡан: Настя шулай ятып торған еренән генә йән биргән...
Ваҡиға урынына “ашығыс ярҙам”, полиция килгәнсе, был хәлде тикшергәнсе тамам төн еткән.
Бына ошо сүрәттә уны ағалары күрше Александрҙың прицеплы машинаһын яллап, килеп алған да инде. Йәйге селләлә яландағы үлем еҫен тойоп, ҡыуаҡлыҡтар араһынан төлкө сығып ҡарап торған. Быныһы күрше Александрҙың һөйләгәненән мәғлүм булды.
...Йәп-йәш килеш шундай аяныслы үлемгә дусар булған Настя ваҡытында хәтәр ҡылыҡтары менән тотош ауыл халҡын аптыратҡан кеше ине ул. Мәктәптән һуң ҡыҙ бер ҡайҙа ла уҡымаған, ә ауылға, туғандарына килеп йөрөгән башҡорт егетенә кейәүгә сыҡҡан һәм күрше өлкәләге бәләкәй генә ҡалаға күсеп тә киткән. Тиҙҙән йәш ғаиләнең ҡыҙы тыуған. Тик... Бала аҡ йөҙлө, йәшел күҙле Настяға ла оҡшамаған, атаһына ла тартмаған. Ҙур ҡара күҙле, сөм-ҡара сәсле бала үҫкән һайын, Настяның иренең туғандары был баланың үҙҙәренә ҡағылышы булмағанында нығыраҡ шикләнһә лә, йәш ғаиләгә ҡыҫылмайыҡ, тип өндәшмәгәндәр.
Шулай, бер йәй Настя ауылына, бәләкәс ҡыҙын эйәртеп, әсәһе эргәһенә ҡайтҡан. Бөтә тормош күңел асыуҙан һәм рәхәтлектән тора тип ысын күңелдән инаныусы Настя “ирем өйҙә ҡалды” тип уйлап та тормаған, тағы мажаралар диңгеҙенә сумған... Һөҙөмтәлә туғыҙ айҙан уның тағы ла бер балаһы донъяға килгән: был юлы еп-ерән, тағы ла ни атаһына, ни әсәһенә оҡшамаған бала булған ул.
Был юлы иренең ипле туғандары инде түҙмәгән, янъял ҡуптарған, “анализ үткәрәбеҙ” тип янаған һәм башҡалар, һәм башҡалар...Шик ҡорто ингән урында нимә булғанын, яҙмаһаҡ та, үҙегеҙ күҙаллайһығыҙ инде. Һәр хәлдә анализ, ысынлап та, бар шиктәрҙең нигеҙле икәнлеген раҫлаған, тип һөйләгән аҙаҡ халыҡ.
Һөҙөмтәлә, Настя ире менән айырылышып, икеһе ике төрлө балаһын эйәртеп, ауылға, ҡарт әсәһе һәм эсергә яратҡан ағалары янына ҡайтып төшкән.
Дөрөҫөн әйткәндә, ауыр йәшәй ине уның ғаиләһе. Ҡасандыр, Настяның атаһы иҫән саҡта, колхозда эшләп йөрөгәндә, был күп балалы ғаилә етеш йәшәмәһә лә, нужа күрмәгән. Әммә ғаилә башлығы вафат булғас, барыһы ла артҡа тәгәрәй башлаған: эсеүҙән башҡаны белмәгән улдары йорт-ҡураға ҡул һелтәһә, Настяның тормошо тотош кәйеф-сафаға, рәхәтлек эҙләүгә әүерелгән.
Ә Настяның ҡулынан барыһы ла килә ине бит! Кәйефе булғанда йортто сынъяһау итеп йыйыштырып ҡуйыр, балаларын да хәстәрләр ине Настя. Әммә һәүетемсә йәшәүҙән йәм тапманы, әллә ялҡаулығы еңде, мәгәр бер нисә йылдан, ҡарт әсәһе лә вафат булғас, был донъя тотош тәртипһеҙлек ояһына әүерелде: берәйһенә ялланып эшләйҙәр ҙә, күмәкләп эсәләр, низағлашалар.
Ул арала өлкән ағаһы Митяның да йәш кенә ҡатыны йөрәктән вафат булып, ике балаһы етем ҡалды, уныһы ла былар янына килеп ҡушылды... Ҡыҫҡаһы, ошондай ҡаҙанда үҫте Настяның һәм Митяның балалары. Бер һыныҡ икмәкһеҙ ултырған ваҡыттары ла булманы түгел. Әммә һыйыр аҫрарға йыбандылар, хатта бәғзе йылды картуф та сәсмәнеләр, сөнки төртөп, мыжып торорға хәҙер ҡарт әсәләре лә юҡ ине.
...Аллаһы Тәғәлә Настя менән ағаһы Митяның балаларын үҙе ҡурсалағандыр: күрмәгәнде күреп үҫһәләр ҙә, имен-һау буй еткереп, был ҡурҡыныс оянан осоп сығып киттеләр. Береһе лә һауалағы торнаға ымһынып йәшәмәй, хәлдәренән килгәнсә, ғаилә ҡороп, донъя көтөп йәшәп ятыуҙары үҙе үк ҡыуаныс.
...Әммә һуңғы йылдарҙа Настя бигерәк биреште, тине уны күргән кешеләр. Саҡ ҡырҡты уҙыуына ҡарамаҫтан, хәҙер ул, әлбиттә, ирҙәрҙе артынан йүгертеп йөрөткән көр тауышлы, көләкәс, ҙур күҙле Настя түгел ине инде. Эскелек һәм мажаралы тормош уны таушалтҡан, йәшәү көсөн һурып бөткән ине.
Бынан бер нисә йыл элек ул үҙе ише төшөрөргө яратҡан бер кеше табып, күрше ауылға күсеп киткән. Эске араһында тамаҡ ялғау өсөн кешегә ялланып төрлө эштәр эшләгәндәрен, аҙ ғына форсат сығыу менән ҡырын тейәп алыуҙарын яҙып тормаһаҡ та аңлайһығыҙ инде.
... Хоҙай Тәғәлә сибәр Настяға ваҡытында ипле ғаиләгә килен булып төшөү форсатын юҡҡа бирмәгәндер: әгәр шунда йәшәйешенең ҡәҙерен белеп, ирен хөрмәт итеп, булған донъяны көтөп китһә, балаларын да әллә кемдән түгел, ә бергә йәшәгән иренән тапһа, бәлки уның тормошо былай аяныслы тамамланмаҫ та ине.
Яҙмыш маңлайға яҙылған тиһәләр ҙә, уның юлдарын үҙебеҙ һайлайбыҙ шул...
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/oshso-to--u-i-k-n-383597/
Башҡортостан гәзите сайтынан алынды