Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Июль 2020, 13:55

Республикала подъездарҙы ремонтлау программаһы 20% үтәлгән

Башҡортостанда подъездарҙы комплекслы ремонтлау республика программаһы 20% үтәлгән — 699 йорттағы 2185 подъездың 443-өндә, тип хәбәр иттеләр Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығынан.

Башҡортостанда подъездарҙы комплекслы ремонтлау республика программаһы 20% үтәлгән — 699 йорттағы 2185 подъездың 443-өндә, тип хәбәр иттеләр Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығынан. Проектты планға ярашлы ғәмәлгә ашырыуға пандемия ҡамасауланы – март аҙағында эштәрҙе туҡтатырға тура килде, июнь башынан улар яңынан тергеҙелде. Бөтә эш 1 октябргә тамамланырға тейеш.
2021 йылға исемлектә — 776 күп фатирлы йорттағы 2112 подъезд. Коронавирус таралыуына бәйле эш күләменә төҙәтмәләр индерелгән, ләкин программаны киләһе йылдарҙа ла дауам итеү планлаштырыла, тип билдәләнеләр ведомствола.
"Башинформ"
https://www.bashinform.ru/news/1477580-v-bashkirii-programma-remonta-podezdov-vypolnena-na-20/
Читайте нас: