Яйыҡ
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Июль 2020, 17:30

Тәҡдим хуплау тапты

Рәсәй Федерацияһының Дәүләт Думаһында август айында 16 йәшкә тиклем балалары булған ғаиләләргә һәр бала өсөн 10 мең һум күләмендә аҡсалата ярҙам биреү тураһында тәҡдимде хупланылар.

Июнь һәм июль айҙарында 16 йәшкә тиклем балалары булған ғаиләләргә һәр бала өсөн 10 мең һум күләмендә аҡсалата ярҙам булдырылғас, күптәрҙең был пособиены августа ла көтөүҙәре хаҡында яҙып үткәйнек.
Интернет селтәрендә петиция төҙөлдө, ата-әсәләр бер тауыштан яңы уҡыу йылы алдынан Хөкүмәт ярҙамына өмөт итеүҙәре хаҡында еткерҙе.
Рәсәй Федерацияһының Дәүләт Думаһында был тәҡдимде хупланылар. Улар коронавирус пандемияһының һаман бөтмәүен, күптәрҙең элекке эш урындарын юғалтҡандан һуң яңы эш таба алмауын һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Фото: yandex.ru
Автор: Айгөл Ғәбитова
Читайте нас: