Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Июль 2020, 17:25

Яҡташыбыҙ 500 мең һумлыҡ грант отто

Учалы егете Тимур Маннанов “Мәғәнәләр биләмәһе” Бөтә Рәсәй йәштәр белем биреү форумында проектын яҡлаған.

Учалы йәштәре ҡайҙа ғына йөрөһәләр ҙә һынатмайҙар. Улар тураһында тик яҡшы хәбәрҙәр генә ишетәбеҙ, ҡаҙаныштары менән ғорурланабыҙ. Ошо көндәрҙә тағы бер яңылыҡ менән ҡыуандырҙылар.
Рәсәй йәштәр эштәре буйынса федераль агентлығының йәштәр башланғыстарына гранттар конкурсында республиканың Инженерҙар лицей-интернаты тренеры, Өфө дәүләт нефть техник университетының “Газ һәм химия” йүнәлеше студенты, Учалы егете Тимур Маннанов үҙенең проекты менән таныштырған һәм 500 мең һумлыҡ грант отҡан.
Яҡташыбыҙ Мәскәү өлкәһенең Солнечногорск ҡалаһында үткән “Мәғәнәләр биләмәһе” Бөтә Рәсәй йәштәр белем биреү форумында проектын яҡлаған.
Әйткәндәй, “Олимпия хәрәкәте кәңәшселәре ассоциацияһы” проекты мәктәп уҡыусыларының химия буйынса олимпиадалары үҫешенә этәргес биреү өсөн ойошторолған. Система нигеҙендә – Рәсәйҙең халыҡ уҡытыусыһы Лиза Ҡиям ҡыҙы Әғәлуллина уйлап сығарған эш һәм уҡытыу алымдары.
Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығы, “Аврора” һәләттәр үҫеше үҙәге, республиканың Инженерҙар лицей-интернаты һәм Өфө дәүләт нефть техник университеты проект партнерҙары булып сығыш яһаған.
Тимур Учалы ҡалаһында тыуып үҫкән, 7 класҡа тиклем ҡаланың 10-сы мәктәбендә белем ала. Мәктәптә уҡығанда химия, инглиз, физика, информатика фәндәрен яратып уҡый. Республика, ҡала-район күләмендә уҙғарылған олимпиадаларҙа күп таҡыр еңеүсе була. Күп тә үтмәй яҡташыбыҙҙың һәләтен күреп уны Өфө инженерҙар лицей-интернатына уҡырға саҡыралар. Уҡыу йортон уңышлы тамамлап, Тимур нефть университеты студенты булып китә. Бында ла һынатмай, бик әүҙем, олимпиада, фестивалдәрҙә ҡатнаша. Владимир Путиндың инициативаһы менән булдырылған “Рәсәй - мөмкинлектәр иле” проектының “Мин - профессионал” олимпиадаһында ҡатнашып ҙур ҡаҙаныш яулай. Тимурҙың ата-әсәһе Учалы тау-байыҡтырыу комбинатында эшләй.
Читайте нас: