#национальныепроекты #нацпроекты #региональныепроекты#регпроекты #нацпроектыБашкортостан #ВладимирПутин
“һаулыҡ һаҡлау” милли проекты нигеҙендә булдырылған “Башҡортостанда медицина ярҙамын үҫтереү” программаһына ярашлы, Баймаҡ үҙәк ҡала дауаханаһына яңы медицина ҡорамалы алынды.
Ул - "Pentax" фирмаһының өр-яңы фибробронхоскоп ҡорамалы. Баймаҡ үҙәк ҡала дауаханаһының баш табибы Әлиә Зөлҡәрнәева белдереүенсә, яңы аппарат ҡул менән күсереп йөрөтөү өсөн дә уңайлы. Ябай, шул уҡ ваҡытта 150 ваттлы галогенлы лампа диагностик, дауалау һәм профилактик процедуралар үткәреү өсөн хеҙмәт итәсәк.
"Башҡортостан" (К. Усманова)
Фото: "Баймакский вестник" гәзите сайтынан.