Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Июль 2020, 17:15

Журналистҡа һөжүм булған

Өфө үҙәгендә журналисҡа һөжүм иткәндәр

Өфө үҙәгендә журналисҡа һөжүм иткәндәрБөгөн иртән ufa.aif.ru хәбәрсеһе Игорь Егоров эшкә китеп барған. Дорофеев урамында уның янына ике ир менән бер ҡатын килгән. Тәүҙә улар Игорь менән тупаҫ һөйләшкән, ә аҙаҡ ҡатын ҡапыл уның күҙенә һуҡҡан, күҙлеген ватҡан һәм сәғәтен өҙгән. Шунан ирҙәр хәбәрсене типкесләй башлаған.— Улар миңә тупаҫ мөрәжәғәт иткәндә тыныс ҡына эшкә китеп бара инем. Боролоп, ни өсөн уларҙың минең менән шулай һөйләшеүҙәрен һораным, һөҙөмтәлә улар миңә ташланды. Аптырайым, был бит Өфөнөң үҙәге, офисыбыҙ янында бөтә ерҙә камералар тора, - тип хәбәр итте Игорь.Хәҙер урында полиция хеҙмәткәрҙәре эшләй. Игорҙең хәле ҡәнәғәтләнерлек. Табиптар ярҙамы талап ителмәгән.
Башҡортостаным яңылыҡтары
Читайте нас: