Ғаилә династияһы барлыҡҡа килгән
Ошо көндәрҙә тимер юлсылар үҙҙәренең һөнәри байрамдарын ҡаршылай. Күп тармаҡлы был ойошмала кемдәр генә эшләмәй: локомотив машинистары һәм уларҙың ярҙамсылары, вагон теҙеүселәр, станция буйынса дежурҙар, сигналсылар, элемтәселәр һәм башҡа төрлө һөнәр эйәләре. Ят күҙгә еңел күренһә лә, тимер юлында эшләүселәрҙең хеҙмәте бик яуаплы, ныҡ иғтибар талап иткән һөнәр. Хаталанырға ярамай. Бер станциянан икенсеһенә елдергән поезд составтарын теүәл үҙ ваҡытында ебәреп, үҙ ваҡытында ҡаршы алыу, пассажирҙар һәм йөк тейәлгән вагондарҙың хәүефһеҙлеген тәмьин итеү бурыстары һанала.
Дуҫтарым, таныштарым араһында оҙаҡ йылдар ошо тармаҡта эшләүсе, ғаилә династияһына тоғро ҡалып, бер ғаиләнән икешәр, хатта өсөшәр эшләгән кешеләр ҙә бар.
Рита Наил ҡыҙы Ғәлина (Ғайназарова), 1966 йылдың 15 октябрендә Учалы районының Ҡаҙаҡҡол ауылында тыуа. Урта мәктәпте яҡшы билдәләргә тамамлаған йәш ҡыҙ тимер юлсылар һөнәрен үҙ итә. 1991 йылда ул Көнъяҡ Урал тимер юлының Шартымка станцияһына сигналсы-уҡтарҙы (стрелка) күсереүсе булып эшкә урынлаша. Ситтән тороп Ырымбур тимер юл транспорты техникумын уңышлы тамамлаған йәш белгесте, Учалы районында урынлашҡан Мансур ҡырсынташ заводының тимер юлы участкаһына станция буйынса дежур итеп тәғәйенләйҙәр. Ошо тармаҡта оҙаҡ йылдар эшләүсе тәжрибәле белгес хеҙмәттәштәре араһында ҙур абруй ҡаҙанған, өлгөлө хеҙмәте өсөн Хөрмәт грамоталары менән бүләкләгән.
Уның бер туған һеңлеһе Аида Наил ҡыҙы Хәлимова (Ғайназарова), 1972 йылдың 12 мартында Учалы районының Ҡаҙаҡҡол ауылында тыуа. Мәктәпте тамамлағас, апаһынан үрнәк алып, 1996 йылда Учалы станцияһына сигналсы булып эшкә урынлаша һәм әлеге көнгә тиклем переезд буйынса дежур вазифаһын уңышлы башҡара. Үҙенең тормош иптәше, Һәйтәк ауылы егете Рәмил Мөхәммәт улы Фәизов менән биш ҡыҙ бала тәрбиәләп үҫтерәләр.
Рита Наил ҡыҙының өлкән улы Айнур Жәмил улы Ғәлин Екатеринбург юғары хәрби училищеһын ҡыҙыл дипломға тамамлап, оҙаҡ йылдар Владивостокта диңгеҙ пехотаһында хеҙмәт итә. Әлеге көндә ул ошо ҡалала инженер, практика буйынса баш белгес булып эшләй. Ижади эш менән дә уңышлы шөгөлләнә: яңыраҡ ул үҙенең хәрби тормош юлын сағылдырған “Диңгеҙ пехотаһы: башҡа донъя” исемле китап яҙып, уҡыусылар хөкөмөнә сығарҙы.
Кесе улы Тимур Жәмил улы Ғәлин бәләкәй сағынын әсәһе эшләгән тимер юл станцияһында, килгән-киткән поезд составтарын күҙәтеп үҫкәнгәлер, ҙурая килә күңелендә тимер юлсылар һөнәренә ҡарата ҙур ихтирам туплана, унда эшләү теләге уяна һәм ул оҙаҡ уйлап тормай, тепловоз машинисы ярҙамсыһы һөнәренә уҡып сығып, Мансур станцияһына эшкә урынлаша.
Бөгөнгө көндә Тимур Жәмил улы Шартымка-Мансур перегонының һәр бер саҡрымын, һәр бер боролошон үҙенең биш бармағы кеүек яҡшы белгән тәжрибәле тепловоз машинисы.
Бына шундай үҙ һөнәрҙәрен яратып, иңдәрендә ҙур яуаплылыҡ тойоп, үҙ эштәренә тоғро, мөккибән киткән белгестәр эшләй тимер юлында! Тимер юлсыларҙы байрамдары менән ҡотлап, уларға тынғыһыҙ, яуаплы эштәрендә уңыштар теләп, ҙур рәхмәт әйтке килә!