Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Июль 2020, 15:35

Байрам намаҙы 30 минуттан артмаясаҡ

Ислам динендә 13 байрам телгә алына һәм үткәрелеп килә. Иң ололары — Ураҙа ғәйете һәм Ҡорбан байрамы. Тик 2020 йылда таралған коронавирус пандемияһы йәшәйешебеҙгә үҙгәрештәр индермәй ҡалманы. Тормошобоҙға килеп ингән сикләүҙәр дингә һәм дини байрамдарға ла ҡағылды. Улар, тәү сиратта, дөйөм намаҙҙарға бәйле булды. Ураҙа байрамын имен-аман уҙғарып ебәрҙек, хәтерегеҙҙә булһа, был көндө мәсеттәр ябыҡ булды, байрам онлайн форматта үтте. 31 июлдә бөтә донъя мосолмандары Ҡорбан байрамын ҡаршы алырға йыйына.

Байрам намаҙы 30 минуттан артмаясаҡ
Ислам динендә 13 байрам телгә алына һәм үткәрелеп килә. Иң ололары — Ураҙа ғәйете һәм Ҡорбан байрамы. Тик 2020 йылда таралған коронавирус пандемияһы йәшәйешебеҙгә үҙгәрештәр индермәй ҡалманы. Тормошобоҙға килеп ингән сикләүҙәр дингә һәм дини байрамдарға ла ҡағылды. Улар, тәү сиратта, дөйөм намаҙҙарға бәйле булды. Ураҙа байрамын имен-аман уҙғарып ебәрҙек, хәтерегеҙҙә булһа, был көндө мәсеттәр ябыҡ булды, байрам онлайн форматта үтте. 31 июлдә бөтә донъя мосолмандары Ҡорбан байрамын ҡаршы алырға йыйына.
Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмә ваҡытында Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров байрамды үткәреүгә ҡарата үҙ фекерен белдерҙе.
– 31 июлдә мосолмандар байрамы – беҙ яратҡан Ҡорбан ғәйете буласаҡ. Йола буйынса был көндө кешеләр йыйыла, ҡорбан сала. Тик санитар-эпидемиологик ҡағиҙәләрҙе иҫәптә тотоп, беҙ байрамды нисек үткәреү буйынса руханиҙар менән фекер алыштыҡ, консультациялар үткәрҙек. Стандарттар күп. Мәҫәлән, дүрт квадрат метрға бер кеше тура килергә тейеш, мәсеттә йөҙҙән ашыу кеше булмаҫҡа тейеш һәм башҡалар. Быға бик ҙур иғтибар итегеҙ, - тине Радий Хәбиров.
Ҡала-районыбыҙҙа Ҡорбан ғәйете нисек уҙғарыласаҡ? Ошо хаҡта Учалы ҡалаһының “Нур” мәсете имам-хатибы Данил Сиражетдиновтан аңлатма биреүен һораныҡ.
- Бисмилаһи-рахмани-ррахим. Мосолмандарҙың өс ҙур байрамы бар: береһе – Йома көн, икеһе – Ғәйет байрамдары. Ҡорбан ғәйете ҡотло булһын! Ил-йорттарға именлек, үҙебеҙгә таҙалыҡ-һаулыҡ насип булһын!
Аллаһы Тәғәлә беҙҙе төрлө яҡтан һынай. Сovid-19 киҙеүе лә илебеҙҙән йәһәт кенә китергә уйламай. Яңылыҡтарҙа Башҡортостаныбыҙҙа алты меңдән ашыу кеше түшәктә ауырып ятҡаны хәбәр ителә.
Бәҡара сүрәһенең 195-се аятында былай тиелә: "Үҙегеҙҙе үҙ ҡулдарығыҙ менән һәләкәткә дусар итмәгеҙ!” Йәғни, “үлемгә ташланмағыҙ” тип иҫкәртә. Ошо аятҡа таянып, Учалы ҡалаһының “Нур” мәсетендә Ҡорбан ғәйетен хәүефһеҙ шарттарҙа уҙғарыу тураһында дин әһелдәре менән фекер алыштыҡ. Сөнки был киҙеү күп йыйылған кеше араһында бик тиҙ тарала һәм, үлемесле сир йоғоп, сырхау ихтималлығы көслө. Аллаһы Тәғәлә кешегә ауырлыҡ теләмәй.
Пандемияға бәйле быйыл бөтә байрамдар тыйылып тора, күмәк йыйылыуҙарға сик ҡуйылды. Беҙҙә лә май урталарына тиклем мәсеттәр ябыҡ торҙо. Әле, инша Аллаһ, асылып эшләй башланы, шулай ҙа сикләүҙәр бар: ун кешенән артыҡ йыйылырға ярамай. Мәсеткә килгән кеше барлыҡ санитар-эпидемиологик талаптарҙы теүәл үтәргә бурыслы.
- Пандемия шарттарында Ҡорбан ғәйетен нисек уҙғарырға планлаштыраһығыҙ?
- Ҡорбан ғәйете намаҙы быйыл 31 июль көнө, иртәнге сәғәт етелә башлана. Уны үткәреү тәртибе үҙгәрҙе. Мәҫәлән, мәсеттәрҙә байрам намаҙына барыһы ла инә алмаясаҡ. Кешеләр аҙ һанда ғына буласаҡ, пандемияға бәйле социаль дистанция талаптары теүәл үтәлергә тейеш, йәғни егерме биш кешенән дә артыҡ кешене мәсеткә индермәйәсәкбеҙ. Бик тә булмаһа, тышта ла тыңларға, уҡырға ярай. Кәрәк икән балаҫтарҙы алып сығып йәйәсәкбеҙ. Килгән кеше намаҙ уҡып, ҡыҫҡа ғына вәғәз тыңлап ҡайта аласаҡ. Барыһы ла мотлаҡ битлектә буласаҡ. Ғәйет намаҙы 30 минуттан да артмаясаҡ.
- Ҡорбан ғәйетендә ҡорбан салыу йолаһы ла бар бит.
- Иман йорто биләмәләрендә ғәйет аштарын уҙғарыуға тыйыуҙар индерелде. Элек ҡорбанды ла ошонда сала торғайныҡ, быйыл рөхсәт юҡ. Теләгән кеше йорттарында ҡорбан салып, ғаиләһе, яҡындары менән байрам итә ала. Ҡунаҡ саҡырырға тигәс тә, күпләп йыйылып ултырыуҙан тыйылып, яҡын, ҡатышып йөрөгән туғандарҙы ғына йыйырға кәрәк. Ҡалала йәшәүселәр берәй ауылға барып инселәнгән малын салдырып алырға мөмкин.
- Ғөмүмән, аяттар, Ҡөрьән аштары уҙғарыу рөхсәт ителәме?
- Рөхсәт ителә, әммә кеше һаны бик аҙ булырға тейеш. Ултырғанда, мотлаҡ 1,5 метрлыҡ дистанцияны һаҡларға кәрәк. Бөгөнгө ауыр ваҡытта аяттар уҙғармай тороуҙың да бер насарлығы юҡ, Аллаһ бирһә, сир сигенһә, киләһе йылдарҙа байрамдарҙа йыйылырбыҙ.
Ҡәрҙәштәребеҙҙең артабан бәхетһеҙлегенә юл ҡуймаҫ өсөн беҙ күмәкләп намаҙ уҡыуҙан, күп кеше ҡатнашлығында ҙур тантаналарҙан баш тартабыҙ. Һеҙҙе лә, хөрмәтле дин ҡәрҙәштәр, бар һаҡлыҡ сараларын күҙәтергә, коронавирус таралыуына юл ҡуймаҫ өсөн үҙегеҙҙән торғандың барыһын да эшләргә саҡырам.
Һаҡланыу – беҙҙең бурыс, һау-сәләмәт булайыҡ!
Читайте нас: