Яйыҡ
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Июль 2020, 15:45

Изге байрам мөбәрәк булһын!

Зөлхизә айының иң хәйерле көнө – ул Ҡорбан ғәйете көнө. Беҙҙә ул рәсми рәүештә байрам көнө тип иғлан ителгән.

Зөлхизә айының иң хәйерле көнө – ул Ҡорбан ғәйете көнө. Беҙҙә ул рәсми рәүештә байрам көнө тип иғлан ителгән.
“Ҡорбан” һүҙе “яҡынайыу”, йәғни Аллаһы Тәғәләгә яҡын булыу тигән мәғәнәләлер.
Тормошта Хоҙай Тәғәлә беҙгә күп ваҡытта ҙур һынауҙар ебәрә. Аллаһҡа яҡын булыу тибеҙ, ә нисек яҡын булабыҙ һуң беҙ? Аллаһы Собхана үә Тәғәләгә салған ҡорбандарыбыҙҙың ите лә, һөтө лә, майы ла, йөнө лә ирешмәй быға, бәлки, күңелдәребеҙҙәге иманыбыҙ, Аллаһы Тәғәләгә булған ихласлығыбыҙ ирешә торғандыр.
Бәндә ысын күңел, ҙур ихласлыҡ менән Аллаһ ризалығы өсөн ҡорбан салһа, беренсе ҡаны ергә төшкәнсе ул бәндәнең гонаһтары ярлыҡаныр, тигән мәғлүмәт бар бит. Инша Аллаһ!
Ҡорбан салыу, әлбиттә, Ибраһим ғәләйһиссәләм һәм уның улы Исмәғил ғәләйһиссәләмгә барып тоташа. Аллаһ Ибраһим ғәләйһиссәләмгә үҙенең иманын һынар өсөн ғәзиз улы Исмәғилде ҡорбан итеп салырға әмер бирә. Уның өсөн улы ҡәҙерлеме йәки Раббыһының әмереме? Әлбиттә, әнбийәләрҙең атаһы булған Ибраһим ғәләйһиссәләм Аллаһ һүҙен, хатта, үҙенән дә хәйерлерәк күреүсе була. Шуға күрә Аллаһы Тәғәлә уның хәлен еңеләйтә – улы урынына һарыҡ бүләк итә.
Ҡорбан салыу ваҡыты ғәйет намаҙынан һуң өс көн дауам итә, йәғни 10-сы, 11-се, 12-се Зөлхизә көндәрендә. Ҡорбан итенең өстән бер өлөшөн генә үҙеңә, ғаиләңә ҡалдырырға мөмкин. Ҡалған өстән ике өлөшөн фәҡирҙәргә, мохтаждарға, яҡын-тирә туғандарға өләшеү хәйерле ғәмәлдәрҙән һанала. Хайуандың тиреһе менән сауҙа итеү ярамаған эш. Ул тирене йә үҙеңдә, йә Аллаһ юлындағы мохтаж кешегә саҙаҡа итеп биреү сөннәт ғәмәл.
Әлхәмдүлилләһ, Аллаһы Тәғәлә беҙгә көс-ҡеүәт, сәләмәтлек бирҙе. Ошо сәләмтлегебеҙ, көс-ҡеүәтебеҙ бәрәкәтендә хәләл булған мал таптыҡ.
Аллаһы Собханаһу үә Тәғәлә илдәребеҙгә, көндәребеҙгә именлектәр бирһен, ауырыуҙарға Аллаһы Тәғәлә хәйерле шифалар бирһен, тәүфиҡһыҙ, динһеҙ йөрөүселәргә Аллаһы Тәғәлә тәүфиҡ, һиҙиәт–истиҡамәттәр биреп, байрамдарыбыҙ мөбәрәк булһын! Ғәмәл-ғибәҙәт менән ҡаршы алырға насип итһен. Әмин. Раббил-ғаләмин!
Рәфҡәт хәҙрәт ЗАРИПОВ,
Учалы ҡалаһы.
Читайте нас: