Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Июль 2020, 11:25

“Изге эштәр төбәге”

Республикабыҙ “Изге эштәр төбәге” Бөтә Рәсәй ирекмәндәргә ярҙам итеүҙең иң яҡшы төбәк практикалары конкурсында еңде.

#национальныепроекты #нацпроекты #региональныепроекты#регпроекты #нацпроектыБашкортостан #ВладимирПутин
Конкурсҡа килгән 68 ғаризаның 39 төбәктән килгәне иң яҡшыһы тип табылған. Улар иҫәбендә Башҡортостан да бар. “Башҡортостан Республикаһында ирекмәнлеккә ярҙам итеү инфраструктураһының үҫеше” практикаһы проекттарын тормошҡа ашырыу өсөн 2021 йылдың 1 ғинуарынан 31 декабренә тиклем 6140400 һум күләмендә аҡсалата ярҙам күрһәтеләсәк.
Проекттар киләһе йылда тормошҡа ашырылыр, тип көтөлә. Улар балалар, йәштәр һәм шулай уҡ ололар мөхите ирекмәнлеге үҫешенә булышлыҡ итәсәк. Әйткәндәй, был сара Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Мәғариф” милли проектының “Социаль әүҙемлек” йүнәлеше сиктәрендә ойошторолған.
"Башҡортостан"
Фото: республиканың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы.
Читайте нас: