Яйыҡ
-20 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Июль 2020, 13:55

Ҡорбан байрамында Башҡортостанда почта бүлексәләре нисек эшләй

Рәсәй почтаһы оҙайлы ял көндәрендә Башҡортостандағы бүлексәләренең эш графигын хәбәр итте.

Рәсәй почтаһы оҙайлы ял көндәрендә Башҡортостандағы бүлексәләренең эш графигын хәбәр итте.
31 июль — Ҡорбан байрамы — республиканың барлыҡ почта бүлексәләре өсөн ял тип иғлан ителде. Был көндә гәзит-журналдар таратылмай, почта йәшниктәренән хаттар алынмай, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Федераль почта элемтәһе идаралығынан.
Бөгөн почта бүлексәләре ғәҙәттәгесә эшләй, эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡара.
1 августа бүлексәләр үҙҙәренең ғәҙәти графигы буйынса эшләй.
Ләкин ҡайһы бер ауыл почта бүлексәләре өсөн был көндә башҡа эш режимы билдәләнеүе мөмкин, тип өҫтәнеләр Башҡортостан Федераль почта элемтәһе идаралығының матбуғат хеҙмәтендә.
"Башинформ"
https://www.bashinform.ru/news/1478285-kak-v-bashkirii-budut-rabotat-pochtovye-otdeleniya-v-dni-prazdnovaniya-kurban-bayram/
Читайте нас в