Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Июль 2020, 14:00

Тирә-яҡ мөхитте тәртиптә тотайыҡ, дуҫтар!

Оҙаҡламай ҡала-районыбыҙҙа ғәҙәти сүп-сар йәшниктәре евроконтейнерҙарға алмаштырыла башлаясаҡ. Сүп йәшниктәрен яңыртыу эштәре 2020 йылға тиклем дауам итә.

Евроконтейнерҙар урынлаштырылаБашҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡул ҡуйған Указға ярашлы, 2020 йыл республикала Тораҡ пункттар эстетикаһы йылы тип иғлан ителгәйне. Шуға күрә быйыл тораҡ пункттарҙың эстетик тышҡы йөҙөн формалаштырыу, төҙөкләндереү кимәлен күтәреү, халыҡтың уңайлы йәшәүе өсөн шарттар булдырыу өсөн бик күп эштәр башҡарылды. Ҡала-районда сүп-сар контейнерҙарын урынлаштырыу, ҡалаларҙағы сүп һауыттарын замансаға алмаштырыу - халыҡҡа уңайлы шарттар булдырыуҙың мөһим аҙымдарының береһе.Оҙаҡламай ҡала-районыбыҙҙа ғәҙәти сүп-сар йәшниктәре евроконтейнерҙарға алмаштырыла башлаясаҡ. Сүп йәшниктәрен яңыртыу эштәре 2020 йылға тиклем дауам итә. Сүп-сар өсөн тәғәйенләнгән тимер йәшниктәргә ҡарағанда улар күпкә уңайлы, тип билдәләнә. Евроконтейнерҙар ҡапҡас, тәгәрмәс, тормоз, ҡапҡасты аяҡ менән асыу механизмы менән йыһазландырылған. Бынан ары сүп-сар осоп, тирә-яҡты бысратмаясаҡ. Контейнерҙарға тик коммуналь ҡалдыҡтарҙы ғына һалырға ярай. Төҙөлөш материалдарын, утлы күмер, тиҙ тоҡаныусы шыйыҡсаларҙы һалыу тыйыла. Евроконтейнерҙар ныҡлы пластиктан эшләнгән. Уларҙың һәр береһенә 1,2 кубометр сүп-сар һыя, сағыштырыу өсөн элекке бактарҙың һыйҙырышлығы - 0,6 кубометр. Шуға күрә бер яңы контейнер элекке икәүһен алмаштыра, тип әйтергә була. Контейнерҙар Германиянан ҡайтарылған, уңайлы, махсус ҡапҡасы арҡаһында сүп-сарҙы ташлауы ла еңел. Шулай уҡ уның тышҡы йөҙө лә бөхтә, күп фатирлы йорттар ихаталарын тулыландырып ҡына торасаҡ. Улар һауа температураһы үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып яһалған һәм заман экологик талаптарына яуап бирә - ҡулланыу ваҡыты тамамланғас был контейнерҙар ҡайтанан эшкәртеүгә оҙатыласаҡ. Әле ҡала буйынса - 68, район буйынса 278 сүп-сар майҙансығы һанала. Көҙгә тиклем бөтә сүп-сар майҙансыҡтары асфальтланасаҡ һәм ҡамап алынасаҡ. Контейнер паркын яңыртыу – «Экология» милли проекты сиктәрендә ҡуйылған өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе, шуға ҡалдыҡтарҙы йыйыу өсөн яңы сүп-сар һауыттарын һатып алыу дауам ителәсәк.Бынан тыш, сүп-сар йыйыу майҙансыҡтарында селтәрле контейнерҙар ҙа ҡуйыла, улар пластик кеүек көнкүреш ҡалдыҡтарын айырым йыйыуға тәғәйенләнгән. Район буйынса 93 евроконтейнер урынлаштырыу күҙаллана. Быяла әйберҙәр өсөн - ҡыҙыл, пластик өсөн - һары һәм ҡағыҙ өсөн зәңгәр төҫтәге бокстар ҡуйыласаҡ.2020 йылдың 1 ғинуарынан ҡала яны ҡасабаларынан һәм ауылдарҙан сүп-сар сығарыу эшенен «Эко-Сити» төбәк операторы башҡара. Шуныһы ҡыуаныслы, хәҙер шәхси йортта йәшәүселәр элеккесә сүп-сар тултырылған тоҡтары менән сәғәттәр буйы ҡый ташыусы машинаны көтөп тормай, улар өсөн уңайлы график булдырылды. Ҡалала контейнерҙар көн дә бушатылһа, ауылдарҙа - аҙнаһына бер тапҡыр.-Шул тиклем уңайлы. Ҡыйҙы теләгән ваҡытта алып килеп түгәбеҙ. Элек сүп-сар йыйыу машинаһы килеүен көтә торғайныҡ. Уны тап итмәһәң, ҡыйың тағы бер аҙна урамыңды йәмһеҙләп тора торғайны, -ти ауыл халҡы.Ахун ауылында сүп-сар менән проблема юҡ, тип белдерҙе ауыл хакимиәтенең эштәр менән идара итеүсеһе Энже Әҙелгәрәева. -Ауыл халҡы өйрәнде хәҙер, ситкә сығарып ҡый-ҡыпыр түгеп йөрөүселәр юҡ. Әле бына яңы евроконтейнерҙар килтерелде, уларҙы урынлаштырыу өҫтөндә эшләйбеҙ. Быяла әйберҙәр, пластик һәм ҡағыҙ өсөн айырым бокстар ҡуйыласаҡ, - ти Энже Дамир ҡыҙы. Иманғол ауылы халҡы ла сүп-сарын оҙаҡламай яңы контейнерҙарға бушатасаҡ. -Яҙ көнө, сүп-сар күп булғанда, халыҡ өйрәнә алмай ҡаңғырҙы бер аҙ, ә хәҙер ундай проблема юҡ, - тип белдерҙе Иманғол ауыл хакимиәте башлығы Рөстәм Әхмәтйәнов. - Ҡый аҙнаһына бер тапҡыр бушатыла, ҡойолоп, осоп ятмай. Яңы контейнерҙар ҡайтартылды, асфальтлы майҙансыҡ әҙер булғас, урынлаштырасаҡбыҙ. Ауыл кешеләренә булғандың ҡәҙерен белергә һәм махсус урынды тәптиптә тоторға ғына ҡала.Айгөл ЗАРИПОВА.
Читайте нас: