Яйыҡ
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Июль 2020, 13:35

Уйын дауам итә

Сираттағы еңеүселәребеҙ менән таныштырабыҙ - Рәсүл ауылынан Таңһылыу һәм Зәйнулла Ғүмәровтар. Бүләккә уларға шланг эләкте.

Сираттағы еңеүселәребеҙ менән таныштырабыҙ - Рәсүл ауылынан Таңһылыу һәм Зәйнулла Ғүмәровтар. Бүләккә уларға шланг эләкте.
Таңһылыу Мөхәррәм ҡыҙы сығышы менән Ғафури районынан. Рәсүл ауылына килен булып төшкән. Тормош иптәше менән биш бала тәрбиәләп үҫтергәндәр – дүрт ул һәм бер ҡыҙ. Быйыл Ғүмәровтар бергә татыу ғүмер итеүҙәренең 51 йыллығын билдәләгән. Балаларының барыһы ла бөгөн үҙ аллы тормош ҡороп, яҡшы йәшәйҙәр. Ата-әсәләрен ун бер ейән-ейәнсәр һәм бер бүлә менән һөйөндөргәндәр.
Зәйнулла Тайфур улы ғүмер буйы тип әйтерлек механизатор булып эшләгән. Хеҙмәт стажы 40 йылға яҡын. Ауылдаштары ағайҙы егәрле, булдыҡлы уҙаман булараҡ белә.
Таңһылыу апай ғүмер буйы мәктәптә эшләгән кеше. Хеҙмәт, черчение, йыр дәрестәренән уҡытҡан. Һуңынан китапханасы ла булып эшләгән. Дөйөм хеҙмәт стажы өс тиҫтә йыл. Таңһылыу Мөхәррәм ҡыҙы ҡәләм тирбәтергә бик оҫта. Уның хикәйәләре “Яйыҡ” гәзитендә лә баҫылғаны булды. Тағы ла апайыбыҙҙың ижад емештәре “Ағиҙел”, “Шоңҡар” журналдарында, “Иҙел башы” альманахында, “Урал” гәзитендә донъя күргән. Ижад еңеүсебеҙҙең айырылғыһыҙ юлдашына әйләнгән. Шуға ла Таңһылыу апай замана технологияларын актив үҙләштергән кеше. Үҙе һөйләүенсә, 60 йәшенә ҡыҙы менән кейәүе уға компьютер бүләк итә. Шунан башланып киткән дә инде интернет киңлектәрен байҡау. Бөгөнгө көндә Таңһылыу Мөхәррәм ҡыҙы социаль селтәрҙәрҙә үҙ аккаунттарын, электрон почтаһын булдырған, смс-хәбәрҙәр ебәреү тәртибен дә яҡшы белә. Ә иң мөһиме – әҫәрҙәрен үҙ аллы компьютерҙа йыйып, редакторлап, кәрәк урынға ебәреү мөмкинлегенә эйә. Таңһылыу Ғүмәрова диндар кеше. Ғәрәп телен яҡшы белә, ауылдың абыстайы ла.
Читайте нас: