БР Фән һәм мәғариф министрлығының мәғлүмәт хеҙмәте хәбәр итеүенсә, әле 42 үҙәкте йыһазландырыу өсөн мәктәптәргә уҡыу әсбаптары, башҡа кәрәк-яраҡ килтерелә. Юғары технологик йыһаздар исемлегенә һанлы, аддитив йыһаз, 3D принтер, виртуаль ысынбарлыҡ шлемы, квадрокоптерҙар, медиа-йыһаз һәм башҡалар инә. Мәктәптәргә был йыһаздарҙы килтереү яңы уҡыу йылы башланғансы тамамланырға тейеш.