Яйыҡ
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Август 2020, 11:45

Бәшмәккә барып аҙашҡан

Бәшмәк йыйыу миҙгеле башлана. Тимәк, урманда юғалыусылар ҙа буласаҡ, тигән һүҙ.

1 август көнө Салауат районындағы бер уҙаман урманға бәшмәк йыйырға юллана. Шөғөлө менән артыҡ ныҡ мауыға, күрәһең. Хатта ҡатыны менән бәйләнешкә сыҡмай. Борсолоп, хәләл ефете ҡотҡарыусыларҙы саҡырырға мәжбүр була.
Ярай ҙа иргә медицина ярҙамы талап ителмәй, ҡараңғы төшөүгә бәшмәксене урмандан табып алып ҡайталар.
Йәмәғәт, урманда таныш урындарҙа ғынан йөрөргә тырышығыҙ. Һеҙҙең сәфәрегеҙ тураһында яҡындарығыҙ мотлаҡ белергә тейеш. Һаҡланғанды Хоҙай ҙа һаҡлармын тигән бит!
Фото - vestivrn.ru
Читайте нас: