Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Август 2020, 18:35

Абрикостан сироп рецебы 

Өс килограмм абрикос, 700 грамм шәкәр, ике литр һыу, ярты лимон һуты кәрәк.

Өс килограмм абрикос, 700 грамм шәкәр, ике литр һыу, ярты лимон һуты кәрәк.
Тәүҙә абрикостарҙы һәйбәтләп йыуып, һөйәктәрен алабыҙ. Шунан кәстрүлгә һыу, шәкәр, лимон һуты ҡушып, талғын утта болғап ҡайнатабыҙ. Сироп ҡайнап сыҡҡас, биш минут тотабыҙ ҙа һүндерәбеҙ.
Сиропты абрикосҡа өҫтәйбеҙ. Ҡайнатып, бер минуттан һүндерәбеҙ. Банкаларҙы стерилләп, әҙер ҡатнашманы һалып, ҡапҡас менән ябабыҙ. Банканы баш түбән әйләндереп, һыуығансы йылы әйбергә төрәбеҙ.
Фото: Smihub.com
Автор: Рисаля Юмагулова
Читайте нас: