Йәмле Әй йылғаһы буйында урынлашҡан Йыланлы ауылы янында шаулап-гөрләп туғыҙынсы йыл рәтән ойошторолған "Ҡош юлы-2020" фестивале үтте. Быйылғы фестиваль шағир Рафаэль Сафинға арналды һәм уның тыуған төйәге - Ҡыйғы районының Йыланлы ауылы янындағы яланда үтте. “Ҡош юлы” республика фестивале йыл һайын теге йәки был ижадсыны данлай. Сараны йылдан-йыл Дим Мәннән, Ғилман Ишкинин, Виктор Цой, Ҡол Дәүләт, Рәшит Назар һәм башҡа сәнғәт һәм шиғриәт күгендә яҡты эҙ ҡалдырған шәхестәр биҙәне. Ҡыйғы районы хозур тәбиғәте менән генә түгел, шәхестәре менән дә үҙенсәлекле. Йыланлы ауылы башҡорт әҙәбиәтенә ярһыу шиғриәтле Рафаэль Сафинды бүләк иткән. Уны күптәр Бөйөк Ватан һуғышына арналған "Ҡыр ҡаҙҙары", "Тол ҡатындар һәм аяҡһыҙҙар бейеүе" исемле үҙәк өҙгөс шиғырҙары аша белә. Быларҙан тыш, Рафаэль Сафиндың ижадында мөхәббәт, тыуған ергә арналған шиғырҙары береһен дә битараф ҡалдырмай.Йыл һайын фестиваль актив, талантлы, ижад һөйөүсе, сәләмәт йәшәү рәүеше алып барған йәштәрҙе берләштерә. Шуға күрә лә фестиваль спиртлы эсемлектәрһеҙ генә үтә бит. Өс көн буйы дауам иткән «Ҡош юлы» фестиваленең тәүге кисендә республиканың төрлө тарафтарынан ҡунаҡтар килеп урынлашты, танышты, аралашты, ҙур усаҡ янында төнө буйы гитара тауышы тынманы. Беренсе турҙа фестивалдә ҡатнашыу өсөн гитара моңон яратыусылар үҙҙәре башҡарған йырҙарҙы видеоға яҙҙырып, фестивалдең интернеттағы махсус битенә һалырға тейеш ине. Гитарала уйнау бер, «Ҡош юлы» фестивалендә ҡатнашыу өсөн йыр-моңға һәүәҫкәр ҙә булыу зарур. Һайлап алыу этаптарын уңышлы үткән егет-ҡыҙҙар сәхнәгә сығып, икешәр йыр башҡарҙы. Репертуар төрлө, тәү сиратта, тыуған ил, туған тел данланды. Йәш башҡарыусылар мөхәббәт, дуҫлыҡ тематикаһын да урап үтмәй. Шулай итеп, «Ҡош юлы-2020» Башҡорт бард фестиваленең Гран-приһын Илеш районы ҡыҙы Ильмира Имамова яулай. Төп приз - гитара уға эләгә. Учалылар ҙа еңеүселәр исемлегендә - Ҡалуй ауылы егете Таһир Мирсәйетов беренсе урын яулаһа, Уральск ҡасабаһынан Илназ Үҙәнбаев “Рухлы” номинацияһында еңеүсе тип табыла. Икенселә - Илнар Зарипов, өсөнсө урынды Нәркис Йәнтүрин атлы егет ала. Әсғәт Йәһүҙин "Өмөт" номинацияһында билдәләнә. Башҡа бард фестивалдәренән айырмалы рәүештә, «Ҡош юлы»ның бер үҙенсәлеге бар - унда гитара моңона ғашиҡтар ғына түгел, йәш шағирҙар ҙа һынау тота. Шиғриәт бәйгеһендә Лилиә Хәлилова Гран-при яулай. Беренсе урынды Руслан Абдуллин ала, икенселә Нурзилә Усманова, өсөнсө урын Йәҙгәр Ҡәйүмовҡа эләгә. Учалы йыйылма командаһы волейбол уйынында ла беренсе урынды яулай. Афарин! - “Ҡош юлы” фестивалендә беренсе йыл ғына ҡатнашмайым, еңеүгә өмөт бар ине, - тип тәьҫораттары менән бүлеште Учалы егете Таһир Мирсәйетов. - Гитарала яңы ғына уйнарға өйрәндем, йырҙар яҙыуыма ла күптән түгел. Фестивалгә яҡташым, шағир Фәнил Бүләковтың "Һине көтөп" шиғырына яҙған һәм билдәһеҙ авторҙың шиғырына үҙем яҙған йырҙарымды алып барҙым.Әйткәндәй, был Таһирҙың "Ҡош юлы" фестивалендәге беренсе еңеүе түгел - 2018 йылда Әбйәлил районында ла ул өсөнсө урын ала. Таһирҙың фестивалдән алған тәьҫораттары сикһеҙ:-Конкурс булһа ла, дуҫлыҡ хөкөм һөрҙө бында. Сытырлап янған усаҡ янында, тәбиғәт ҡосағында гитара ҡылдарына ҡушылып ағылған моңдо тыңлауҙан да ләззәтлерәк нәмә бармы икән донъяла!Саф һауала квест, төрлө уйындар менән кис еткәнлеге лә һиҙелмәне. Киске сәғәт етелә фестивалде асыу тантанаһы һәм гала-концерт башланды. «Ҡош юлы»нда ҡатнашыусыларҙы һәм ҡунаҡтарҙы район хакимиәте башлығы Зөһрә Гордиенко тәбрикләне. Фестивалгә йомғаҡ яһалһа ла, яланда башҡорт йырҙары, гитара моңо таңға тиклем тынманы. Иртәгәһенә күмәкләп туҡталҡа урындарын сүп-сарҙан таҙартҡандан һуң, яңы дуҫтар табып, күңелдәр күтәрелеп, яңынан «Ҡош юлы»нда осрашҡанға тиклем хушлаштыҡ. Тамаша бик күңелле, йәштәрсә позитив аҫтында үтте, - тип һөйләне Таһир. Байрам Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығы, халыҡ ижады республика үҙәге, "Ҡош юлы" хәрәкәте, "Башҡортостан журналдары" - "Республика Башҡортостан" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы филиалы башланғысы менән 2012 йылдан үткәрелә. Әлеге ваҡытта фестиваль башҡорт бард хәрәкәтен, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау һәм үҫтереү өсөн һәйбәт стимул, гитарала уйнарға һәм бард йырын яратыусылар өсөн ҙур байрам булып тора. Вилиә ЯНБАЕВА.