Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Август 2020, 18:10

Атаҡайым

..Аласыҡта киске һауын һөтөн үткәреп ултырам. Атайым менән әсәйем сәй артында һүҙ көрәштерә. Сепарат тауышынан тегеләрҙе яҡшылап ишетмәйем. Шулай ҙа бәхәстәре мал араһындағы дәү ҡара үгеҙ темаһына икәнлеген төшөнәм. Шулай сыйыша торғас, атайым ҡапыл һикереп тороп өйгә йомолдо

...Аласыҡта киске һауын һөтөн үткәреп ултырам. Атайым менән әсәйем сәй артында һүҙ көрәштерә. Сепарат тауышынан тегеләрҙе яҡшылап ишетмәйем. Шулай ҙа бәхәстәре мал араһындағы дәү ҡара үгеҙ темаһына икәнлеген төшөнәм. Шулай сыйыша торғас, атайым ҡапыл һикереп тороп өйгә йомолдо. Унан күп тә тормай, мылтыҡ тотоп сыға ла, әсәйем “Ах” иткәнсе, бейек болдор тәҙрәһенән тороп, бер ҙә төҙәмәйенсә атып ебәрә, бер ни һиҙмәй торған ҡара үгеҙ, маңлайына пуля тейеүҙән лып итеп арт һынына ултыра төшә. Тауышҡа йүгерешеп сыҡҡан ағайҙарымдың береһе бысаҡ алып, бахыр малды салып та ебәрә. Төн буйына ит айырабыҙ, эсәк йыуабыҙ, телен тыймаған әсәйҙе әрләйбеҙ.
Уның кеүек ирек һөйгән бүтән кешене белмәйем. Бер ниндәй сикләүҙе, баҫымды, ҡыҫымды күтәрә алманы. Кемгәлер ниндәйҙер һүҙ әйтеүҙән ҡурҡманы. Ғөмүмән, ул ҡурҡа белмәне. Уның өсөн түрә лә, хужа ла, алла ла, мулла ла булманы. Тәбиғәткә бәйләнеүе шул ҡәҙәр ине, үҙен унан айырым күҙ алдына килтерә лә алманы. Ундай-бындай хәлдә:
- Кейек булып урманда ла йәшәй алам мин, - тип эре сирттереп тә ебәрҙе.
Шуғалырмы, ҡырға сығып һыбай йөрөй алмай башлауын ауыр кисерҙе. Был хәл уны рухи яҡтан ныҡ ҡырҡты. Тәҙрәнән ҡарап-ҡарап ултыра ла:
- Урманға һыуһап ултыр инде урман эсендә, - тип әсенеп әйткеләр ине.
Яңғыҙ ҡалғас, уны ҡалаға алдыҡ. Кесе улының бишенсе ҡаттағы фатирына алып килеп ултырттыҡ. Был уның өсөн шок булды. Бер аҙна ултырғас, мин бер төшкө аш ашатып китергә килһәм, былай ти:
- Ирәндектең ҡайһы тәңгәленәнерәк Уралға сығыу юлын самаланым әле. Ҡуңырбуға юлынан төшһәм, һыртлап, элекке үҙебеҙ мал ҡыуған тәңгәлдәргә барып төшөргә тейешмен. Әкиәт һөйләгән балаға ҡараған кеүек ҡарайым:
- Ярай, ҡайтып етһәң сәләм әйтерһең. Тамағыңды туйҙыр тәүҙә.
Тик ул аштан ҡалған, бындағылар әйтеүенсә йоҡонан да. Ике күҙе офоҡта күгәреп күренгән тауҙарҙа. Торараҡ әйтеп һала:
- Салауат Юлаев ошолайтып зарыҡты микән? Бахыр...
- Ҡайҙа? - көлөүемде саҡ тыям.
- Зинданда.
- Уф, атай, һин сәпсим килештерәһең. Салауат Юлаев һинең һымаҡ араҡы шимләп ултырмаған. Ана, күпме шешәң йыйылған.
- Аҙлап ҡына... Бында шунһыҙ түҙеп ҡара.
Артыҡ сәбәләнмәгәс, ярһымағас, был зарын ысынға алмаһаҡ – күрһәтте. Таң менән килен шылтырата:
- Апай, ҡайным тәҙрәнән ҡолап төшкән! Скорый әпкитте! - ҡысҡыра теге трубкаға истерика сигенә етеп.
- Туҡта. Тыныслан! Ниңә улай?
- Әллә!..
Күҙемә аҡ-ҡара күренмәй сабып барып инһәм, атайым бер ни булмаған кеүек балнис карауатында ултыра, ҡулы гипслы. Янында - врач, милиция, ул тыныс ҡына аңлата: - Ҡайтайым тигәйнем бөгөн. Ишеккә барһам, балалар бикләп киткән. Мине! Бикләп киткәндәр, бала һымаҡ итеп! Мин әйтәм: “Йо-оҡ! Һеҙ мине былайтып тоталмаҫһығыҙ!” Тәҙрә ситендәге торбаны самалап алдым да, буйлап төштөм дә киттем. Ергә етәрәк кенә ысҡынып кителде, шулай булмағанда ҡауғаһыҙ-ниһеҙ ҡайтып та китәр инем әле.
Милицияның теле көрмәлә:
- Б-бабай, һеҙ һикһәнгә етеп барған кеше, н-нимә уйлайһығыҙ? Бишенсе ҡаттан?!
- Ҡайтам, тип әйттем бит, мин уларға көндә әйтәм шуны, берәүһе ишетмәй.
Ишеттек, ниһайәт. Тиҙ генә кире ауылына күсерҙек. Юлда туҡтатып, машинанан төшөп, ҡарағай олонона битен терәп еҫкәп торҙо. Белмәгәнмен, ул үҙе шундағы бер ҡарағай булған икән. Бөгөлмәй, һығылмай, әммә шартлап һына йәки дөрләп янып китә торған.
Минең никахтан да фотолар бар. Шунда, эй, атайым йәл булғайны, нишләптер. “Кейәүгә сығам” тип ҡайтып төшкәс, бер һүҙ ҙә өндәшә алманы. Шым ғына йөрөп һарыҡ һуйҙы, эргәһендә булышҡан миңә күтәрелеп тә ҡарамай. Ҡоҙалар менән дә аралашманы, муллаға “Риза” тип әйткәнен генә ишеттем, башҡа ләм-мим тауышы сыҡманы. Эсеп боларып ҡуймаһын тип ҡурҡһаҡ, ҡайҙан, ауыҙына ла алмай, хатта ашҡа ла артыҡ ҡағылмай ултырҙы. Уның шулай юғалып ҡалғанын күреп, бала һымаҡ күреп йәлләнем. Тик, бер-беребеҙгә йылы һүҙ ҡатып, иркә өндәшеп, һөйөшөп өйрәнмәгәс, ҡырҙан ғына ҡыҙғанып ҡарауҙан үтмәнем.
Кейәүем яғында булып килгәс, әсәйем ошаҡлаша:
- Атайың ҡоҙалар биргән бүләктәрҙе вис йыртып ташлап бөттө.
- Нишәп?
- Һора үҙенән “нишәп” тип.
Ишетмәмешкә һалышып ултырған атайыма боролам:
- Нишәп?!
Ул өндәшмәй. Ҡолағына балауыҙ ҡойолған шикелле, беҙ бөтөнләй юҡ һымаҡ, туҡылдап йәҙрә әүәләүен дауам итә.
- Нишәп улайттың, атай?!
Яуап юҡ.
...Ирҙән айырылғанымды ишеткәс яратманы. Ҡатындың ирен ташлап китеүе уның башына һыймаған һымаҡ. Мине өйгә индермәҫкә ҡушҡан. Тик инде йортта ҡустым хужа, уның ҡарарҙары хәҙер бында закон түгел. Был талабынан көләләр генә. Ҡайттым. Уға бүләгемде һалам. Ҡағылмай, алдына ғорур ҡарап ултыра бирә. Көләм. Асыуланып китә:
- Ҡыуанып ултырыр көнөң бармы?
- Атай, мин хәҙер үҙем оло кеше, үҙем хәл итәм, - тим.
- Ҡалай аҡылың күбәйгән икән, ир ташларға, донъя ташларға башың еткән, - мыҫҡыл итеп ауыҙын ҡыйшайта. Шулай теле зәһәр уның кәрәкмәгәндә. Ҡустым яҡлаша:
- Атай, етәр, апайым беҙгә ҡунаҡҡа килгән. Бер ни аңламаған ниндәй кеше ул һин?
- Кеше түгел, мин – мышы! Һеҙҙеңсә аңламайым!
Күҙ ситтәре менән генә ҡарашып, эргәһенән шылабыҙ. Бер-ике көн бурылдап йөрөп яҙылып китә. Өҫтөн алмаштырып, тамағына ташып эргәһендә бөтөрөлөп йөрөүемде күҙәтеп ултыра ла:
- Тәтәй һамаҡ ҡатынһың. Нимә оҡшаманы икән ул эткә? Килеп ҡулыма ҡапһа, һарыҡ һуйған бағанаға бәйләп ярам мин уны, - тип бармағын күтәреп янап-янап ала. Кемделер ҡайыҙларлыҡ көсө булмағанда эш юҡ. Дыуамаллыҡ үҙенекен итә, кәр киткән, әммә холоҡ ҡалған.
- Шулайтырһың, ярай, - тип йөпләп кенә торам.
Оҙата сығып, машина көтөп эскәмйәлә ултырғанда, баш ҡаға-ҡаға әйтеп ҡуйҙы был:
- Ул егеттең һине тота алмаҫын шул беренсе килеп торғанында уҡ һиҙҙем мин. Ҡарашы бигерәк йоҡа ине. Минең ҡыҙға был хужа була алмай, тип уйланым. Шулай сыҡты ла...
Һуңғы күрешеүебеҙ, һуңғы һүҙҙәре шул булған икән...
Китсе, атайым тураһында бер ыңғай ғына иҫтәлегем юҡ әллә?! Гел әллә нимәләрҙе хәтерләп тик ултырам. Ҡарап тороуға үтә лә тыныс, моңһоҙ кеүек тә, мәле еткәндә дауылдай күтәрелеп, уйламаҫ нәмәләр яһар, көтөлмәгән хәлдәр ҡылыр яндырай атайымдың арҡамдан һөйөп йүнле хәбәр әйткәне лә булмағанмы? Булмағандыр. Әммә минең күңелемдә уға ҡарата яралған тойғоларҙы алмаштырыр ир кеше лә юҡ икән. Уға ышанған кеүек берәүгә лә ышана, арҡлана, уға һоҡланған кеүек берәүгә лә һоҡлана, ҡылыҡтарына аптырай алмағанмын. Унан ҡурҡҡан кеүек берәүҙән дә ҡурҡмағанмын йәки буйһонмағанмын. Сөнки уның кеүек өҙә һуғыр, ҡарашы менән теҙ сүктерер әҙәм булмаған, осрамаған. Уның кеүек берәү ҙә минең өсөн йылғаға ташланмаған, ҡарлуғас ояһынан йомортҡа төшөрмәгән, көнләшеп бысаҡҡа йәбешмәгән, һунарҙа эйәреп йөрөп туңғанда ҡарҙа усаҡ яғып аяҡ-ҡулдарымды ыуып йылытмаған, боҙло һыуҙа мине ат өҫтөнә ултыртып, үҙе алдан төшөп, билдән кисеп сыҡмаған. Йәнен һурып бирер, үҙен ҡорбан итер, аптыратыр, шаңҡытыр ҡылыҡтар ҡылмаған. Унан башҡа берәү ҙә...
Ошо асышты яһағас, атайымдың үлемен ишеткән мәлдә барлыҡҡа килгән эсемдәге, төптәге һаңғырау ауыртыуҙың ни хәтлем тәрән яранан килеүен, йәнемдә ни ҡәҙәр әсе һыҙланыу барлығын тойҙом. Минең бит холоҡһоҙ, эскесе, дыуамал ҡартым, ғәзиз атайым юҡ. Ул – гүрҙә. Ниһайәт, һығылып илап ебәрә алдым:
- Атаҡай... Атаҡайым!..
Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА,
Өфө ҡалаһы.
Читайте нас: