Яйыҡ
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Август 2020, 18:10

Атаҡайым

Ауылдан ҡустым шылтыратты. Уның, трубканы күтәргәнемде белгәс тә өндәшмәй тороуы, мәшәҡәтле мәлдә бер аҙ йәнемә тейҙе, шуға ҡоро тоттом: - Эйе! Сәләм! Йә, тыңлайым!Ул тағы ла саҡ ҡына пауза яһаны ла сәләмһеҙ-ниһеҙ:- Атай үлде, - тине.- Үлде?! Нисек... үлде? - ҡапылда аңлай алманым.- Үлгән булған... иртәнсәккә. Районға алып китәбеҙ хәҙер. Беҙ йөрөп ҡайтҡансы һеҙ йыйыла тороғоҙ.Иҫемә төшкән беренсе һорауҙы бирәм:- Эскәйнеме?..- Ы-ы... һуҡмышлап йөрөнө. Пахмил тиһәң, эргәһендә эсеп бөтөлмәгән шешәһе ултыра. Бөткәндер инде организм да, машина түгел бит. Икенсе яҡтан, йәше лә арыуыҡ - һикһәнен тултырҙы. Ярай, шул минең, ҡайтығыҙ.

Ауылдан ҡустым шылтыратты. Уның, трубканы күтәргәнемде белгәс тә өндәшмәй тороуы, мәшәҡәтле мәлдә бер аҙ йәнемә тейҙе, шуға ҡоро тоттом: - Эйе! Сәләм! Йә, тыңлайым!
Ул тағы ла саҡ ҡына пауза яһаны ла сәләмһеҙ-ниһеҙ:
- Атай үлде, - тине.
- Үлде?! Нисек... үлде? - ҡапылда аңлай алманым.
- Үлгән булған... иртәнсәккә. Районға алып китәбеҙ хәҙер. Беҙ йөрөп ҡайтҡансы һеҙ йыйыла тороғоҙ.
Иҫемә төшкән беренсе һорауҙы бирәм:
- Эскәйнеме?..
- Ы-ы... һуҡмышлап йөрөнө. Пахмил тиһәң, эргәһендә эсеп бөтөлмәгән шешәһе ултыра. Бөткәндер инде организм да, машина түгел бит. Икенсе яҡтан, йәше лә арыуыҡ - һикһәнен тултырҙы. Ярай, шул минең, ҡайтығыҙ.
Шул мәл коллегаларымдың тауышын ишетмәҫ булдым. Улар һаман хәлемде аңғармаҫтан бәхәсләштеләр-бәхәсләштеләр ҙә, фекеремде ишетергә теләпме, барыһы берсә миңә төбәлде. Уларҙың һораулы ҡараштарына ҡаршы тороп баҫтым һәм: “Атайым вафат” тигән ике ауыҙ һүҙҙе генә һығып сығарып, тышҡа ынтылдым. Юҡ, иларға, сәбәләнергә тип түгел, ә ҡапылдан бәғремдәге һыҙланыуға сыҙамауҙан...
“Атай үлде” тип илап ултырыусы булманы. Ғүмерҙең мәңгелек түгеллеген аңларлыҡ, йәшәрен йәшәгән, ашарын ашаған йәнде оҙатыуыбыҙҙы ла белер йәштәбеҙ барыбыҙ ҙа. Кеше мәрхүм булғанда беҙҙә артыҡ илаулау юҡ ул былай, әммә әсәйҙе оҙатҡанда күҙ йәштәрен тыйып алып булмай ине. Икеһе лә ғәзиз кешеләр, беҙгә ғүмер биреүселәр, тибеҙ ҙә, нисек кенә булһа ла икеһен ике төрлө ҡабул итәбеҙ шул. Ниңә улай икән? Улай тиһәң, яуап үҙе үк килә. Атай... әсәй була алмай инде. Әсәй - ул әсәй. Ул - берәү. Атай ҙа берәү... Тик ул алыҫыраҡ, унда әсәй йылылығы, әсә наҙы юҡ. Шуғалырмы...
Ғәҙәтенсә, ауылса, мосолманса оҙаттыҡ атайҙы. Йола ҡушҡанса саҡырыла торғандарҙы саҡырҙыҡ, бар тәртиптәрен үтәнек, аш-һыуын әҙерләнек, аяттарын уҡыттыҡ, хәйерҙәрен тараттыҡ. Әйтеп ҡалдырған үтәрлек һүҙе лә булманы, васыяты ла юҡ. Әллә айнып та етмәй китеп булғандыр, кем белә. Йоҡлай, әле уянмаған тип уйлаған өйҙәгеләр, ә ул инде һыуынып ятҡан. Төпкә төшөп киткәндә, зыяратҡа ҡуйылмаҫҡа ла тейештер. Тик... атайың тураһында көфөр әйтеп тораһыңмы инде. Ыста-ыста! Кит, нимә уйлап ултырам!
Өсөн-етеһен бер юлы үткәреп ҡуйып, халыҡты оҙатып, кискә үҙебеҙ генә ҡалғас, өлкән ағай өҫтәл башына тороп, һүҙ алды. Беҙ уның шулай һәр йыйыныбыҙҙа сәләмләп һәм йомғаҡлап ҡуйыуына күнеккәнбеҙ. Атай урынына уны ҡабул иткәнгәме? Атайҙан булмағас...
- Шулай, туғандар... Әсәй эргәһенә атай ҙа китеп барҙы... Ҡалайтаһың, барыбыҙ ҙа бара торған ер, тигәндәй. Тыуымдың үлеме лә бар, - һәр беребеҙ алдына ғына текәлеп тыңлап ултырабыҙ. - Атай тураһында нимә әйтә алабыҙ?.. Үлгән кеше тураһында насар хәбәр әйтергә ярамай, әммә бында бөтәбеҙ ҙә - уның балалары, мин әйтмәһәм дә һәр кем үҙенсә уйлап ултыра... Артыҡ йүнле атай була алманы, ысыны шул. Тик беҙҙең уға үпкә юҡ, ул беҙҙең атай, беҙҙе яралтҡан кеше. Ул да, моғайын, үпкәләп китмәйҙер, ҡусты менән килен һәйбәт итеп ҡараны: әсәйҙе лә, атайҙы ла. Һәр саҡ өҫтәре таҙа, урындары йылы, тамаҡтары туҡ булды. Беҙ ҙә ҡайтып, хәл белеп торҙоҡ. Нисек булғанда ла, уға ошо биргәндәре өсөн рәхмәтлебеҙ... Үҙебеҙ унан яҡшыраҡ атайҙар булайыҡ – шул.
Киләһе көн йыназаға йыйылыусылар таралды, мин бындағы ғаилә янында ҡалдым, ялым бер аҙналыҡ. Яйлап атай менән әсәй йәшәгән бүлмәне бушаттым. Әсәйҙән артыҡ әллә нимә ҡалмаған да бында. Күлдәк-яулыҡтарын күптән таратып, яҡындарына биреп бөткәнбеҙ. Атайҙың күлдәк-ыштандарын ҡараштырып, ағай-ҡустылар кәүҙәһенә самалап, ярағандайҙарын айырып һалдым. Ҡалғандарын хәйер менән бергә төйнәп, балаларҙан ауыл ҡарттарына ебәрттем. Бабайҙар еҫе сығып торған түшәк-юрғанын төрөп алып, өй ҡыйығы аҫтына, әсәйҙеке элеүле торған ергә мендереп, йәнәшәһенә бәйләп ҡуйҙым. Торалар, ана, йән әрнеткес бер күренеш булып... Эсемде әллә нимә яндыра. Артыҡ ҡайғырмайым да кеүек, әммә өҫтөмә бөркәлгән бер нәмәне һирпеп ебәреп, ныҡлап һулыш ала ла алмайым. Күңелем тулышҡан һымаҡ, тик һыҡтарлыҡ уҡ түгелме әллә хәлем? Шул миктәгән баҫылғанлыҡ менән уйға сумып, мыштырлап ҡына эш менән булам.
Атайҙың урыны аҫтынан иҫке сумаҙандарҙы һөйрәп сығарҙым. Әсәй үлгәс, уның һаҡлаған бөтә альбомдарын, әллә күпме хаттарын, документтарын ҡумта-сумаҙандары менән үҙе карауатының аҫтына шылдырып ҡуйғайны. Заманында әсәй, шуларҙы барлап ултырғанда: “Дыу! Нимәһен бер шул ҡағыҙҙарыңа күмеләһең дә ултыраһың! Дауна үлеп бөткән әҙәмдәрҙе ҡарап!” - тип ебәрә ине. Хәҙер, ана, үҙе лә шул исемлеккә инде. Мин үҙенә:
- Нимәгә кәрәк был ҡый, атай, һиңә? Уларҙы тотоп та ҡарамайһың бит, - тигәндә:
- Ятһын. Әсәңдеке, - тип кенә ҡуйғайны.
Ә үҙе ғүмер буйы әсәйҙең ҡәҙерен белмәне. Ошо рәнйеүҙе ишетерлек итеп әйттем. Шуны әйткем килеп торған, күрәһең. Үпкәләп түгел, хәҡиҡәт итеп. Белмәне шул ҡәҙерен әсәйемдең, ә үҙе бала шикелле унһыҙ бер көн дә тора алманы. Күҙе алдынан осоп барҙы әллә. Саҡ ҡына ҡайҙалыр сыҡһа алаҡанлап: “Әсәң ҡайҙа?”- тине лә торҙо. Альбомдарҙағы һүрәттәрҙе иҙәнгә туҙҙырып ташланым. Кәрәктәрен үҙемә бүлеп алмаҡсымын. Ҡалғандары ошонда – төп йортта һаҡланыр. Ейән-ейәнсәрҙәр килгәндә ҡарар, әле олатай-өләсәйҙәрен танып белмәй ҡалған тәнәйҙәре лә, тыуаһылары ла бар.
Атайымдың әрме фотолары ярым-йорто, бөкләнеп, йыртылып бөткән. Үҙенең йәшерәк сағында, эскәнендә, шулай фотоларын йомарлап, турап ташлай торған ғәҙәте булды. Былары ана шул “яуҙарҙан” ҡалғандары. Әсәй уларҙы йыйып, йәбештереп һаҡларға тырышҡан, күрәһең. Бөтөнөрәктәрен алып ҡарайым – һыу һөлөгө кеүек егет! Ундай сибәрлек, бындай сая ҡараш, мөһабәт һын... беҙҙең беребеҙгә лә күсмәгән ахыры. Бик матур булған ул йәшлегендә. Өс класс белеме менән уҡымышлы әсәйемде әүрәтһен әле. Өләсәйем килеп: “Был башҡорттоң кирза итегенә ҡыҙығып сыҡтыңмы?” - тип юҡҡа ғына әрләп китмәгәндер. Һо-о, кирза итегенә генә лә ғашиҡ булырға мөмкин булған шул.
Бер фотола һабантуйҙа көрәшкәне эләккән. Тиргә батҡан, йыуан билендә таҫтамал, ҡорһағы бүһерелеп алға сыҡҡан, ярһыған - ҡарашы дейеүҙеке. Ҡараһам, халыҡ араһында арттараҡ минең ярты битем эләккән. Йоҙроғомдо ауыҙыма ҡымтып борсолоп торам. Атайым өсөнмө әллә уның ҡулына эләгәсәк башҡа батырҙар өсөнмө?
...Уның тап, шул фотолағы сағы ине, буғай. Шулай ҙур, минең ҡарамаҡҡа итләс ине. Киң арҡаһына яурынымды терәп, аяҡ һуҙып, артҡа ҡарап ултырып алғанмын арбала. Икәүләшеп йәйләүгә барыуыбыҙ. Һәр кем үҙ уйына сумып килә торғас, ул, сыбыртҡы һабын иҙәп бер аҡланға күрһәтә:
- Ошо тирәгә өләсәйеңдәр йәйләүгә сыҡҡан. Бынан үткән һайын: “Эй, ер-һыу ҡартаймай ҙа инде, хас беҙҙең бала саҡтағы кеүек бөтәһе лә, ти торғайны”, - тип ҡуя. Тауышы йомшарып, әллә хатта ҡалтырап киткән кеүек була. Мин ҡайырылып уға ҡарап алам. Әсәһе хаҡында һөйләгәндә шулай күңеле йомшарып киткеләй. Әллә ниндәй бер эске йылылыҡ, оло һөйөү менән телгә ала өләсәйҙе. Әсәйем әйтмешләй, “ҡартайғансы бәпәй булып йәшәгәнгә”ме икән?
Икебеҙ ҙә тынып ҡалабыҙ ҙа, мин, нимә әйтергә белмәйме, юл ыңғайына килгән йылға аръяғындағы текә яр битендә сорлашҡан ҡарлуғастарға ҡарап, уйһыҙ ғына әйтеп ҡуям:
- Шул ҡарлуғас ояһынан берәйһе йомортҡа алала микән?
Бойоғоп киткән атайым: “Тпр-р-ру!” - тип екереп, ҡарышҡыр бейәһенең ауыҙлығын ҡайыра биреп тарта ла ҡаршы ярға эйәк ҡаға:
- Анауҙы әйтәңме?
- Эйе.
Ул күҙен ҡыҫа биреп самалай: мин нимәлер әйтеп өлгөргәнсе, дилбегәне усыма йомдороп, кирзалары менән сылғауын сискәс, ҡалған кейемендә көйө ярҙан ағымға сөңгөй. Күҙ асып йомғансы булған был хәлдән дә, уның һоро тулҡындар эсенә сумып юғалыуынан да ҡурҡып, эргәләге тауҙарҙы шаңҡытып сәрелдәп ебәрәм:
- Ата-а-ай!
Минең тауыштан саҡ торған ҡылтым бейә өркөп, ҡапыл юртып китә. Туҡтатыу ҡайҙа? Етмәһә, үҙем һаман һыуға ҡарайым. Урман эсенә елеп барғанда, уның йылға уртаһында йөҙгәнен шәйләп ҡалам, ә арба сыбыҡ-сатырға һуғылып, шатыр-шотор шырлыҡҡа инеп тә китә.
Бейә ағас араларында ары-бире төртөлөп йөрөп тынысланғас, үҙ яйы менән кире юлға сыға. Мин дилбегәне исем өсөн генә тотоп, һаман ян-яҡты байҡайым. Бына, бер мәл, ҡараһам, атайым! Бер яҡҡа аҡһаҡлай биреп, һәлпәңләп, ҡабаланмай ғына йүгерә. Ялан аяҡ, лыс һыу! Мин уның был халәтенән тамам шаңҡып киләм. Ул ҡыуып етә лә, атты һелкә тартып туҡтатҡас, ауыҙынан кескәй генә аҡһылт йомортҡа сығарып бирә. Мин, әле 8-10 йәшлек кенә бала, был ҡылыҡтың башҡа һыймаҫ ахмаҡлыҡ икәнлеген инде аңлайым, әммә шул уҡ ваҡытта иҫ киткес батырлыҡ һымаҡ та ҡабул итәм. Устарымды ҡушлап, йомортҡа һалыуға оя һымаҡ итеп һуҙам, үҙем көләм: - Алйот.
Эсте шул атайым. Иҫерһә енгә әйләнеп, донъя онтап, кем менән булһа ла һуғышҡыһы килә торғайны. Боласыл ғәҙәтенән барыбыҙ ҙа ғарыҡ булдыҡ. Барыһын да әрләне. Әсәйемдән башлап, кесе ҡустыма тиклем. Ниңәлер мине үткәрҙе. Миңә аҡырайта ҡарап ала ла, иренен ҡымтый биреп торғас: “Бисура!” тиер ине. Шулай. Уның өсөн бисура булдым. Әрләү булдымы был, маҡтаумы, әллә башҡа мәғәнәләме, һәр хәлдә, шунан үтмәне. Ағайымдарға сыбытҡы ла, ҡайыш та эләкһә, миңә бармағының осон тейгеҙеү түгел, елен дә ҡағылтманы. Уны, иҫерһә – белмәй, тигән булдылар. Белә ине ул. Боларып ятып, бөтә кеше ҡасып бөткәндә, инде ҙурая башлағас, юрамал янына барам, ул ҡулындағы әйберен мине ҡырлатып, икенсе яҡҡараҡ ата, шул яҡҡараҡ шылһам, икенсе юҫыҡҡа ташлай.
- Кит, кеше көлдөрмә, - тием. - Бар ят, йоҡла! Һинән һуң күпме йыйыштырырға кәрәк. Әсәйемә, шулай итә, тиһәм, юҡтыр, ул бит алйый, бер нәмә лә белмәй, тип үҙенекен һөйләй. Быларын иҫләгем килгәндән түгел, бер ҡыҙмаса булып төшкән фотоһын ҡулға алғандан хәтерләп алам.
...Ҡышҡы юлда йәйәү ҡайтып киләм. Егерме саҡрымлап бар. Ҡараңғы төшкән. Автобус йөрөмәгән мәлдәрҙә, телефон юҡта, йәйәү йөрөлдө лә инде. Ярты юлды үткән ерҙә утар бар. Шунда йылҡы ҡышлатып яталар. Атайымдың сменаһы булырға ла мөмкин. Шулай ҙа артыҡ өмөт юҡ, тирләп-бешеп атлай бирәм. Бына бер ваҡыт килә торғас ҡаршыма бер нәмәнең сабып килеүен шәйләнем. Нимә булырға мөмкин? Бүре түгел. Сөнки бүре улай тота килеп кешегә һөжүм итмәҫ, быны беләм. Атайым өйрәткән. Айыу ҙа, бүре лә ҡурҡыныс түгел урманда, улар кешегә теймәй, мышы тапарға, сапсырға ынтылырға мөмкин, тип ҡабатлай ине юлға оҙатҡанда. Мин нимәгәлер юрап маташҡансы, был януар, сабып килгән ыңғайы өҫтөмә һикерҙе. “Сай” итеп кенә ҡалдым да, икәүләшеп көрт буйлап мәтәлеп киттек. Тау аҫтынаса тәгәрәтеп, битемде, йөн башлығым сиселеп ҡалғандан туҙғыған сәстәремде ялап бөттө был. Шоңҡар! Атайымдың һунар эте!
Мин уның муйынындағы ҡайышынан эләктерергә, тағылып торорға маташам. Эт ләүкелдәп өрә, тимәк, хужаһына тауыш бирә. Мине тартҡылай ҙа, ҡырға сабып китә, тағы өрә, тағы килеп, мине ҡолатып, яларға керешә. Башлығымды эҙләп алып, эт туралап сапҡан яҡҡа йүгерәм мин дә. Арыуыҡ сабышҡас, егелгән атҡа килеп төртөләбеҙ. Атайым башын да бороп ҡарамай санала ултыра. Мин ах-ух килеп уның эргәһенә ҡолайым:
- Ҡа-ҡайҙан белдең минең килгәнде?!
- Белмәй әллә! Бүре үҙ көсөгөн әллә нисә саҡрымдан һиҙә, - күңеле көр, ҡыҙмасалап алған. Ошондай сағында шулай аңлайышһыҙыраҡ, кинәйәләп һөйләнгән була. Мин терәлеү менән ул сыбытҡыһын сыжлата:
- Д-дыу! Үжә-әт!
Саҡ тапанып торған, хужаһы кеүек үк яндырай мал торған урынынан үрәпсеп дөрөп сығып китә. Эте һуҙылып сабып эйәреп ҡарай ҙа, хәле етмәй, үпкәсел өрә-өрә ҡала. Боролоштарҙа биткә көрт һирпелә, сана кәйелеп-кәйелеп китә, мин, атайымдың ҡыҙы, быларға ҡушылып шашам:
- Ҡыу тағы! Ҡыу!
- Д-ды-ыу!
Төнгө ауылға ап-аҡ бәҫкә төрөнөп, быу бөркөтөп, дуғалы туй шикелле килеп инәбеҙ. Хәтәр ҡыҙғансыҡ та ине... Үҙе тирәһендәге бөтә ҡатын-ҡыҙҙы ла ҡыҙғанды. Әсәйемдең берәйһенә күҙ күтәреп ҡарағанын да яратманы, һеңлеләрен, еңгәләрен, килендәрен башҡаларҙан ҡамалап ыҙалатты. Мәжлес-фәләндә берәй ир кеше уның туғанына яңылыш ҡына һүҙ ҡатһынмы, йылмайһынмы – бөттө. Яғаһынан бөрөп алыр йә, унан да яманырағы, ҡундырыр ине. Өҫтәл ауҙарып һуғышып китеү уға бер ни торманы. Шуға туйҙа-маҙар уның артында йә ҡустыларының, йә ағайҙарымдың береһе һаҡта торҙо.
Үҫмерлектән сығып, ҡыҙ булып еткән сағым. Егет-елән иғтибарын тоя, күҙ атҡандарын самалай башлағанмын. Урам эсендә ҡомалаҡ таҙалап ултырам. Атайым алып ҡайтып ауҙарған. Мин шуның менән булам, ул алыҫ түгел лапаҫ аҫтында балта һабы юна. Үҙе ҡомалаҡ алып йөрөгәндә ағаста торған уҫлаптай туҙбаш йылан күреүен һөйләй. Уны тыңлайым, үҙем ҡапҡа аша урам яҡтағы бағанала торған егетте лә шәйләйем. Атайымдың хәбәренән бигерәк, ике күҙе был яҡта булған шул әҙәмдең ҡарашынан иреп йылмаям. Ауылда электр бағаналарын алмаштыралар, был шуларҙың береһе булырға тейеш, бағана башында нимәлер эшләп маташа, йыш-йыш был яҡҡа күҙ һала. Шул ваҡыт Хоҙай ҡушмаған хәл булды. Атайым тыныс ҡына тороп, аҙбарҙан “Дружба” бысҡыһы алды, шунан ҡабаланмай ғына урам тышына сығып, ҡапыл сыжлатып теге егет торған бағананы быса башланы. Бахыр электрик нисек төшөп ҡасҡанын иҫләмәгәндер. Аҙаҡ бысҡыһын кире индереп ҡуйып, баяғы урынына терәлеп, юныуын дауам итте. Мин дә ни булғанын аңламамышҡа һалыштым. Башҡа сарам юҡ ине.
Бынау бер фотола айыу алған сағы икән. Тау һымаҡ булып ятҡан айыуҙың өҫтөндә ваҡ ҡына балалар теҙелешеп ултырабыҙ. Ҡурҡыу юҡ, өркөү юҡ. Һунарсы булды бит атайым. Ғүмер буйы ҡушкөбәк тотто. Шундай ҡыҙыу һәм йыш ҡына һуҡмыш йөрөгән кешенең мылтыҡлы булыуы минең бөгөнгө күҙлектән, эйе, маймылдың граната тотоп йөрөүенә тиң. Ул-был хәлдә мылтығын һөйрәп сығарып, аҙ яһау һалманы инде.
Миләүшә Ҡаһарманова (дауамы бар)
Читайте нас: