Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Август 2020, 11:15

Августа ниндәй пособиелар көтөлә?

Августа пандемия осоронда табиптарға һәм эшһеҙҙәргә тәғәйенләнгән өҫтәмә түләүҙәр һаҡлана.

Августа пандемия осоронда табиптарға һәм эшһеҙҙәргә тәғәйенләнгән өҫтәмә түләүҙәр һаҡлана. Шулай уҡ ата-әсә эшһеҙ ҡалған ғаиләләр 18 йәше тулмаған һәр бала өсөн өҫтәмә өс мең һум аҡса аласаҡ.
1 августан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы арттырыла. Рәсәй Пенсия фондының Башҡортостан идаралығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, страховка пенсияһын ҡайтанан иҫәпләтеүгә ҡартлыҡ, инвалидлыҡ, ҡараусыһын юғалтыу буйынса страховка пенсияһын алғандар хоҡуҡлы. Пенсияны ҡайтанан иҫәпләү өсөн барып йөрөү кәрәкмәй. Өҫтәмә һәр кем өсөн айырым иҫәпләнә. Ул эш осорона һәм эш биреүселәрҙән килгән страховка иғәнәләре суммаһына бәйле. Бындай арттырылған түләүҙәрҙе республиканың 248 мең пенсионеры аласаҡ.
1 августан Рәсәй халыҡ-ара авиация бәйләнештәрен аса. Ошо көндән Занзибар, Лондон, Анкара һәм Стамбулға, 10 августан Анталияға, Бодрум һәм Даламанға осорға мөмкин.
24 августан ОСАГО-ның киңәйтелгән тариф коридоры эшләй башлаясаҡ. Водителдәр өсөн полистың минималь күләме - 2471 һум, максималь күләме 5436 һум тәшкил итәсәк.
Был хәбәр һөйөндөрмәҫ, әлбиттә. 1 августан тәбиғи газға хаҡтар арта. Халыҡ өсөн дә, сәнәғәт өсөн дә тарифтар өс процентҡа күтәрелә.
Фото:Собака.ру
Дина Арсланова
https://bash.rbsmi.ru/articles/sotsial-m-s-l/Avgust-be-g-nim-v---it-391228/
Читайте нас: