Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Август 2020, 18:15

Хәл әкренләп тотороҡлана

3 августҡа алынған мәғлүмәттәр буйынса, Учалы районында эпидемия башланғандан бирле 229 кешенең коронавирус йоҡтороуы асыҡланған. Уларҙың 202-һе һауыҡҡан, 24-е амбулатор рәүештә, 3 кеше стационарҙа дауалана. Коронавирусҡа 7086 анализ алынған, шул иҫәптән 379 бала. Коронавирус менән сирләгән балаларҙың барыһы ла һауыҡҡан.

Коронавирус сигенде, тип ҡыуанырға әлегә иртәрәк. Республикала сирлеләр һаны көн һайын теркәлеп тора. Кешеләр ауырый, быға тиклем бөтөнләй сит-яттарҙың сир йоҡторғанын ишетергә тура килһә, хәҙер таныштар араһында коронавирус менән ауырыусылар бар. Сирҙе организмдарының үҙенсәлегенә ҡарап төрлөсә үткәрәләр, берәүҙәр өйҙә ятып дауаланһа, кемелер хәле насарайып дауаханаға эләккән. Ҡала-районыбыҙҙа һуңғы көндәрҙә эпидемиологик хәл бер аҙ тотороҡлана башланы, тип ҡыуандырҙылар.
3 августҡа алынған мәғлүмәттәр буйынса, Учалы районында эпидемия башланғандан бирле 229 кешенең коронавирус йоҡтороуы асыҡланған. Уларҙың 202-һе һауыҡҡан, 24-е амбулатор рәүештә, 3 кеше стационарҙа дауалана. Коронавирусҡа 7086 анализ алынған, шул иҫәптән 379 бала. Коронавирус менән сирләгән балаларҙың барыһы ла һауыҡҡан.
Төбәгебеҙҙә инфекцияның күбәйеүе сәбәпле, БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы ҡарарына ярашлы, 14 июлдән бала табыу йортонда урынлашҡан 70 урынға иҫәпләнгән ковид госпитале ҡайтанан эшләй башлағайны. Әлеге ваҡытта унда 28 кеше ята. Өс пациенттың анализдары коронавирусҡа ыңғай һөҙөмтә күрһәткән, ҡалған 25 кешелә вирус лаборатор рәүештә раҫланмаған, уларға бактериаль-вируслы пневмония ҡуйылған. Районыбыҙҙа коронавирустан үлеүселәр теркәлмәгән.
- Учалыла эпидемиологик хәл ыңғай яҡҡа яҡшыра, дауаханаға мөрәжәғәт итеүселәр әҙәйҙе. Быға тиклем көнөнә 150-200 кеше ҡабул итеүгә килһә, хәҙер 40-50 кеше мөрәжәғәт итә, - тине үҙәк ҡала дауаханаһының дауалау буйынса баш табип урынбаҫары Арслан Фәйзуллин.
Гәзитебеҙҙең алдағы һандарында психоневрология интернатында коронавирус таралыуы тураһында яҙғайныҡ. Учреждениела эшләргә Өфө ҡалаһының психиатрия дауаханаһынан белгестәр, шулай уҡ эпидемиолог, табип-терпаевт һәм башҡа медицина хеҙмәткәрҙәре килде. ПНИ-ның коронавирус йоҡторған хеҙмәткәрҙәренең, тәрбиәләнеүселәрҙең хәле яҡшырған, улар бөгөнгө көндә табип күҙәтеүе аҫтында амбулатор рәүештә дауаланалар.
Быйылғы көҙ һәм ҡышты бер ни тиклем хәүеф менән көтәбеҙ. Яңы коронавирус инфекцияһына быға тиклем билдәле булған грипп һәм башҡа инфекциялар ҙа килеп ҡушыласаҡ. Ҡайһы бер белгестәр белдереүенсә, быйыл киҙеүҙең дә башҡасараҡ булыуы ихтимал.
Бөгөн БР Хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмә ваҡытында халыҡҡа вакциналар ҡуйыу буйынса һөйләшеү булды. Республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин белдереүенсә, быйыл гриптан халыҡтың 60 проценты прививка яһатырға тейеш. Вакцина бушлай буласаҡ. Сентябрҙең тәүге яртыһында улар килеп етәсәк.
Июль айында пневмоккок инфекцияһынан (пневмония) вакцинация башланды. План 50 мең кеше булһа, әлегә ул 9 процентҡа үтәлгән. Был прививкаларҙы август аҙағына тиклем ҡуйып бөтөү планлаштырыла.
Үҙәк ҡала дауаханаһына 150 доза вакцина ҡайтарылған, ошо арала тағы 150 дана килеүе көтөлә. Пневмониянан прививка 60 йәштән өлкән, хроник үпкә сирлеләргә ҡуйыласаҡ. Вакцинаны алыу өсөн тәүҙә йәшәү урыны буйынса терапевҡа, ауылдарҙа үҙегеҙҙең фельдшерға мөрәжәғәт итергә кәрәк.
Киҙеүҙе әҙер булып ҡаршы алырға кәрәк, етди эпидемия вәғәҙә итәләр. Былтыр эпидемияның пик осоро декабрҙең икенсе яртыһы, ғинуар башына тура килгәйне. Шуға ла алдан привикаланып ҡалыуҙың бер зыяны ла юҡ, һаҡланғанды Хоҙай һаҡлар, тиҙәр бит.
Читайте нас: