Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Август 2020, 11:25

Иренең ҡорбаны булған Оксана менән хушлаштылар...

Фажиғә көнөндә улар өлкән ҡыҙҙарының тешен дауаларға тип теш табибына китеп барған булған

Башҡортостан һәм Силәбе халҡын шаҡ ҡатырған ваҡиға ҡорбаны булған 30 йәшлек Оксана менән хушлаштылар. Кисә уны тыуған ауылында – Балаҡатай районының Соколки ауылында ерләгәндәр.
Мәғлүм булыуынса, Сатка юлы буйында 31 йәшлек Александр ҡатыны Оксананы ике бәләкәй балаһының күҙе алдында сәнскеләп үлтерә.
Был ғаилә Балаҡатай районының Яңы Балаҡатай ауылында йәшәгән булған. Фажиғә кѳнѳндә улар ѳлкән ҡыҙҙарының тешен дауалатырға тип теш табибына китеп барған булған. Ир белдереүенсә, ҡатыны телефонына пароль ҡуйған, нимәлер йәшерергә теләгән, «хыянат итәме-юҡмы” тигән һорауға ла аныҡ яуап бирмәгән, шуға ла ул сығырынан сыҡҡан.
Фото: социаль селтәрҙән.
Автор: Рәмилә Мусина
https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/Irene--orbani-bul-an-Oksana-men-n-hushlashtilar-391726/
Читайте нас: