#национальныепроекты #нацпроекты #региональныепроекты#регпроекты #нацпроектыБашкортостан #ВладимирПутин
Хәйбулла районы хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов ҡатнашлығында уҙған кәңәшмәлә район үҙәгендә шәхси балалар баҡсаһы төҙөү проекты ҡаралды. Был баҡса, балалары бәләкәй булыуға ҡарамаҫтан, эшкә сығыусы ата-әсәләр өсөн ҙур ярҙам буласаҡ. Мәктәпкәсә балалар учреждениеһында үҙ сираттары еткәнсе, ата-әсәләр өсөн шәхси балалар баҡсаһында сабыйҙарын ҡалдырыу мөмкинлеге булдырыласаҡ, тип күҙаллана.
Проект авторы - А. Данилова. Бизнес-план тәҡдим итеүсенең был өлкәлә тәжрибәһе ҙур, ул "Эврика" балалар үҫеше үҙәге етәксеһе.
Был сараларҙың барыһы ла Рәсәй Президенты Владимир Путин указына ярашлы “Иҡтисади үҫеш” милли проекты сиктәрендә башҡарыла.
Фото: Р. Шәриповтың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.