Яйыҡ
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Август 2020, 11:10

Сикләүҙәрҙе алыуҙың икенсе этабына күсмәйбеҙ,

Республикала инфекцияның таралыу кимәле тигеҙ, тик ҡатмарлы.

Кисә Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмә коронавирусҡа бәйле хәлде тикшереүҙән башланды. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров белдереүенсә, республикала инфекцияның таралыу кимәле тигеҙ, тик ҡатмарлы.
- Хәлдең әллә ни яҡшырыуын күрмәйбеҙ. 1 сентябргә яҡшыраҡ күрһәткестәр менән сығырға тигән бурыс ҡуйғайныҡ та, әлегә тойолмай. Хәҙер 1 сентябрҙән мәктәптәр, балалар баҡсалары асылһа, кешеләр тағы ла артасаҡ. Хәлдәрҙең тағы ҡатмарлашыуы бар. Беҙ әлегә сикләүҙәрҙе алыуҙың икенсе этабына күсмәйбеҙ, – тине Радий Хәбиров.
Һуңғы тәүлек эсендә коронавирус 36 кешелә табылған. Дөйөм зарарланғандар һаны – 6851 кеше.
15 августа кинотеатрҙар асылырға тейеш тигән һүҙ бар ине. Был турала ла Радий Фәрит улы үҙенең ҡарашын белдерҙе.
– Уларҙы асыуҙың яҡынса датаһы 15 август ине. Әлегә аныҡ ҡына бер нимә лә әйтеп булмай. Кинотеатрҙар әҙерләнһен, ә беҙ хәлгә ҡарарбыҙ. Эпидемиологик торошҡа ҡарап ҡарар ҡабул ителәсәк. Әгәр икенсе этапҡа күсмәйбеҙ икән, бер нимә лә асылмаясаҡ, – тине ул.
Фото: gtrk.tv
Альфия Мингалиева
Читайте нас: