Был башланғыстар "Демография" милли проекты сиктәрендә мөмкин булды. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, бөгөнгө көндә республикабыҙҙа, "Демография" милли проекты сиктәрендә, тәүлегенә 5 мең тонна һөт етештерелә һәм 97 таратыу пункты эшләй. Бушлай һөт аҙыҡтары менән льготалы категорияға ҡараған 22 меңдән ашыу бала тәьмин ителә. 30-лап алыҫ ауылдарға продукция алып барып таратыла. "Һөт кухняһы" һигеҙ төрлө аҙыҡ-түлек етештерә - һөт, кефир, эремсек һәм төрлө тәм менән йогурттар.