Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Август 2020, 13:10

Торлаҡ һәм ҡала мөхите

БР Хөкүмәтендә уҙған оператив кәңәшмәлә “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының ағымдағы йылда нисек тормошҡа ашырылыуы ҡаралды.

#национальныепроекты #нацпроекты #региональныепроекты#регпроекты #нацпроектыБашкортостан #ВладимирПутин
Республиканың Төҙөлөш буйынса дәүләт комитеты рәйесе Марат Әхмәҙуллин БР Хөкүмәтендә уҙған оператив кәңәшмәлә “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының ағымдағы йылда нисек тормошҡа ашырылыуы хаҡында һөйләне.
2020 йылда төҙөләсәк объекттар хаҡында ла телгә алынды.
Шулай, Өфө районының Булгаков ауылында 825 урынлыҡ мәктәп һаласаҡтар, баш ҡаланың Инорс биҫтәһендә Шолохов урамынан алып Сельская Богородская урамына тиклемге участкала Мушников урамын төҙөү дауам ителәсәк, ә Нефтекамала Комсомол проспектын артабан төҙөүҙе проектлайҙар.
“Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының дөйөм бюджеты 2024 йылға тиклем 1,458 миллиард һум тәшкил итә. Был аҡсаның иң ҙур өлөшө автомобиль юлдары, социаль объекттар төҙөүгә һәм авария хәлендәге торлаҡ фондын күсереүгә йүнәлтелә. Авария хәлендәге йорттарҙан күсерелгәндәр өсөн яңы торлаҡты 2021 йылда ғәмәлгә индерәсәктәр, әле төҙөлгән йорттарҙа алырға планлаштыралар.
Башҡортостан Башлығы “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектын тормошҡа ашырыуҙы “Төҙөлөш сәғәте"ндә анығыраҡ тикшерергә тәҡдим итте.
– Беҙҙең 2024 йылға тиклем 3,7 миллион квадрат метр торлаҡ индереү тураһындағы тәүге пландарҙы Рәсәй Президенты Владимир Путиндың яңы Указына ярашлы төҙәтергә кәрәк, - тине Радий Хәбиров. – Мине бәләкәй ҡалаларҙа торлаҡ төҙөү һәм алданған өлөшсөләр проблемалары бик ныҡ борсой.
"Башҡортостан"
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.
Читайте нас в