Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Август 2020, 11:15

Тотош ғаилә юҡ...

Алтай крайында дүрт кешенән торған ғаиләнең (шул иҫәптән 16 йәшлек үҫмер һәм 12 йәшлек ҡыҙ) ял итергә барған ерендә бер юлы үле килеш табылыуы бөтә Рәсәй халҡын тетрәндерҙе

Алтай крайында дүрт кешенән торған ғаиләнең (шул иҫәптән 16 йәшлек үҫмер һәм 12 йәшлек ҡыҙ) ял итергә барған ерендә бер юлы үле килеш табылыуы бөтә Рәсәй халҡын тетрәндергәндер.
Улар Барнаулдан килгән, ғаилә башлығы - 51 йәшлек Иосиф Кременских, муниципаль хеҙмәттә эшләгән, унан алда үҙе лә, ҡатыны ла мәктәптә уҡытҡандар. "Яҡшы, өлгөлө ғаилә ине" тип ҡабатлай яҡташтары. Күҙәтеү камералары яҙмалары уларҙың номерға урынлашҡандан алып сығып йөрөмәүен күрһәткән. Дүрт мәйеттең табылыу факты буйынса "Ике һәм унан да күберәк кешене үлтереү" тигән статья буйынса енәйәт эше асылды, тип аңлатма биргән Алтай крайы Тәфтиш комитеты идаралығы төбәк баҫмаларына. Фажиғә урынында полиция һәм криминалистар эшләй. Ғаиләнең ял итергә Барнаулдан килеүе һәм "Глобус" туристик базаһына 26 июлдә урынлашыуы билдәле булған. Иртәгәһе көнөнә үк бүтән ял итеүселәр ниндәйҙер насар еҫ һиҙеп база хеҙмәткәрҙәренә хәбәр иткән. Канализациянан сығалыр тип таҙартыу хеҙмәте саҡырылған, әммә еҫ бөтмәгән, сәбәбен белә алмағандар.
Ғаиләнең бүлмәне тапшырыу ваҡыты 31 июлдә булып, берәү ҙә асҡыс килтермәгәс, шаҡыуға ла яуап бирмәгәс, ишекте емереп инергә тура килгән хеҙмәткәрҙәргә. Бына шунда ҡот осҡос күренеш асылған да инде: бүлмәлә - ир, ҡатын һәм ике үҫмер баланың йәнһеҙ кәүҙәләре... Криминалистар мәйеттәрҙең тире торошон өйрәнеп, уларҙың биш көн элек үк үлеүҙәрен фаразлаған, тимәк, номерға урынлашҡандың тәүге йәки икенсе көнөндә. Мәрхүмдәрҙең тәнендә яра-йәрәхәттәр, туҡмалыу, көсләү эҙҙәре юҡ, шуға тәүге фараз - ағыуланыу. Сәйер үлем буйынса әле тикшереү дауам итә.Фото:news.myseldon.com
Аклима Гизатуллина
Читайте нас: