Яйыҡ
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Август 2020, 12:50

Ярайһы уңышҡа өмөт итәбеҙ

Күптәр әле баш вата – һуңлап, инәлтеп кенә яуған ямғырҙар файҙа бирерме, башаҡтар тулышырмы?

Күптәр әле баш вата – һуңлап, инәлтеп кенә яуған ямғырҙар файҙа бирерме, башаҡтар тулышырмы?
Ә бына “Учалы элеваторы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә эре генә сирттерҙеләр – бойҙай кәмендә гектарынан 20 центнер бирәсәк, тип самалай инвестор һәм предприятиеның идара итеүсеһе Александр Курятенко.
Быйыл улар тәүләп Ҡунаҡбай ауыл Советы биләмәләрендә 350 гектар бойҙай сәстеләр. Һәм яҡшы уңышҡа өмөт итергә тулы хоҡуҡтары бар. Орлоҡ итеп тик элита һәм суперэлита, йәғни иң юғары репродукция ҡулланылған. Сәсер алдынан ағыуларға онотмағандар. 200 тонна шыйыҡ һәм ҡаты минераль ашлама индерелә. Сәсеүлектәрҙе химик эшкәртеүгә тейешле әһәмиәт бирелә.
Башта “Учалы элеваторы” өсөн механизатор кадрҙары табыу проблема тыуҙыра – ауылда тракторға ултыртырлыҡ ышаныслы кеше табыу ҙа анһат түгел бит хәҙер. Руслан Миндеғоловты йәлеп иткәс, һөйөнөп бөтә алмайҙар. Был ир уртаһындағы уҙаман, образлы әйткәндә, “етмеш һөнәр эйәһе” булып сыға, тырыш һәм яуаплы. Кемгә тура килә, ҡиммәтле техниканы тапшырып булмай бит инде. Ә йәмғиәт баҫыу техникаһын алыуға ғына 21 миллион һум самаһы аҡса тотҡан. Германияла сыҡҡан “Амазон” сәсеү комплексы һәм химикат менән эшкәртеү ҡоролмаһы ҡайтартылған, хатта, кәтүкләү агрегаты ла Чехиянан. Өр-яңы культиватор, дискатор, һуҡа һәм уйынсыҡтай матур трактор. МТЗ тигәс элекке колхоз техникаһын күҙ алдына килтермәгеҙ, яңы “Беларусь” заман талаптарына яуап бирә, хатта, кондиционер ҡуйылған бит үҙенә! Оҙаҡламай 300 гектарға тиклем майҙанда ужым культуралары сәсергә лә самалайҙар.
Баҫыу эштәрен башынан аҙағына тиклем тик үҙ көстәре менән башҡарыу өсөн иген комбайны ғына етмәй. Хәйер, ураҡҡа “Урал аръяғы МТС-ы” предприятиеһының Учалы филиалы менән алдан килешеү төҙөгәндәр.
Ә бына башта төп йүнәлеш итеп күҙалланған май культуралары менән эш әлегә әллә ни алға бармай. Хужалыҡтар технологияны күҙәтмәй, шуға ла тейешле һөҙөмтә юҡ, тигән фекерҙә “Учалы элеваторы” йәмғиәтен ойоштороусылар. Төрлө семинарҙар үткәреп, был йүнәлештә грамоталыҡты күтәрергә кәрәк, ти. Бәлки, үҙҙәренең миҫалы менән дә ҡалғандарға өлгө күрһәтә алырҙар? Киләһе йылда май культуралары ла сәсергә йыйыналар бит. Бойҙай үҫтергәндәге һымаҡ, “китапта яҙылғанса”, йәғни агротехника талаптарын тайпылышһыҙ үтәп тотонһалар, һис шикһеҙ, был өлкәлә лә уңыштарға өлгәшәсәктәр.
Шулай ҙа, элеваторҙың төп тәғәйенләнеше - иген үҫтереү түгел, ә ашты сифатлы итеп эшкәртеү һәм юғалтыуһыҙ һаҡлау.
Тегенән-бынан ишетеп, күптәр яңылыш күҙ алдына килтерәләр: ҡайҙан да һерәйеп күренеп торған, 1965 йылда төҙөлгән бейектән-бейек иҫке элеватор бинаһына модернизация ҡағылманы. Был бинаның эргәһендә игенде киптереү-таҙартыу буйынса заманса комплекс ҡалҡып сыҡты.
- Техник база бөгөнгө көндә 100 процентҡа әҙер, хужалыҡтарҙың игенен эшкәртергә лә, һаҡларға ла, һатып алырға ла әҙербеҙ, кемгә нимә кәрәк – рәхим итеп мөрәжәғәт итһендәр. Ҡыҙыҡһыныусылар шылтырата башланы ла инде, - ти инвестор һәм предприятиеның генераль директоры Антон Жигалов. Тимер юлы буйынса уңышты ҡайҙалыр оҙатырға булышлыҡ итергә лә әҙерҙәр.
Игенгә хаҡ буйынса алдан бер ни әйтеп булмай инде, баҙар иҡтисады шарттарында быға күп факторҙар йоғонто яһаясаҡ.
Читайте нас: