Яйыҡ
0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Август 2020, 18:50

Августа мотлаҡ ашарға тейешле ризыҡтар исемлеге бар

Белгестәр тәҡдим итә: августа түбәндәге ризыҡтарҙы мотлаҡ ашарға!Мәскәүҙең Ауыл хужалығы продукцияһы, сеймал һәм аҙыҡ-түлек сифаты буйынса дәүләт инспекцияһы (МосГИК) хеҙмәткәрҙәре йәйҙең һуңғы айында туҡланыу рационына ҡарбуҙ, ҡауын һәм һырғанаҡты (облепиха) индерергә кәңәш итә.

Августа мотлаҡ ашарға тейешле ризыҡтар исемлеге барБелгестәр тәҡдим итә: августа түбәндәге ризыҡтарҙы мотлаҡ ашарға!Мәскәүҙең Ауыл хужалығы продукцияһы, сеймал һәм аҙыҡ-түлек сифаты буйынса дәүләт инспекцияһы (МосГИК) хеҙмәткәрҙәре йәйҙең һуңғы айында туҡланыу рационына ҡарбуҙ, ҡауын һәм һырғанаҡты (облепиха) индерергә кәңәш итә.Мәҫәлән, һырғанаҡ емешенең майын медиктар эренле шеште дауалағанда ҡуллана. Эҫе көндә ҡарбуҙ ашау яҡшы. Ҡауын организмығыҙҙы С витамины менән байытыр.Сейә, слива, иртә өлгөрөүсән алма ла бик файҙалы.Һәм, әлбиттә, яңы картуф! Бер 300 грамм ашаһағыҙ, С витаминының тәүлек нормаһын 75 процентҡа йыяһығыҙ ҙа ҡуяһығыҙ.Мәскәү белгестәре әйтмәһә лә, миҙгелдә ризыҡтарын ашап торабыҙ инде ул. Кеше баҡсаһында булғанын рәхәтләнеп ашай. Булыуы ғына шарт.Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Читайте нас: