Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Август 2020, 17:35

«Айыҡ ауыл −2020»

1 августан «Айыҡ ауыл −2020» республика конкурсының тәүге этабы старт алды.

1 августан «Айыҡ ауыл −2020» республика конкурсының тәүге этабы старт алды.
2020 йылда тағы ла күберәк ауылдарҙы йәлеп итергә планлаштырыла—һәр райондан ауылдарҙың кәмендә 50 проценты ҡатнашырға тейеш. Бөгөнгә 1500 заявка ҡабул ителгән, был эш әле дауам итә.
«Айыҡ ауыл −2019» конкурсында һаулыҡты һаҡлау, эскелекте иҫкәртеү, сәләмәт тормош алып барыуға йүнәлтелгән сараларҙы күп үткәрҙек, халыҡ әүҙем ҡатнашты. Беҙҙең райондан Һыуыҡҡул ауылы финалға үтте, бик ғорурбыҙ. Ауыл халҡы дәртләнеп китте. Быйыл да ҡатнашабыҙ, конкурста еңеп сығыр өсөн тырышасаҡбыҙ,"-ти Гөлшат Хөсәйенова, Дүртөйлө районы башҡорттары ҡоролтайы етәксеһе.
Конкурстың тәүге этабына бөтә муниципаль райондар ҡушылды. Баймаҡ һәм Бөрйән райондарының бар ауылдары ла ҡатнаша. Баймаҡ районы биләмәһендә урынлашҡан 89 ауылдың бөтәһе лә, Бөрйән районындағы 34 ауылдың, шулай уҡ, бөтәһе лә конкурсҡа заявка бирҙе. Уларҙан тыш, Асҡын, Әлшәй, Тәтешле, Шаран, Илеш, Нуриман, Дыуан, Ғафури, Йылайыр, Ейәнсура, Күгәрсен һәм Ҡыйғы райондары ла ҙур әүҙемлек күрһәтә. Был райондарҙағы ауылдарҙың 60% конкурста ҡатнашырға теләк белдерҙе.
«Айыҡ ауыл −2019» конкурсында ҡатнашыу халыҡты берләштерҙе. Һикеяҙ ауылы халҡы мәҙәни сараларҙы, спорт ярыштарын үткәреүгә ҙур дәрт менән тотондо. Бергә йыйылып әҙерләнделәр, бергә сценарий яҙҙылар, бергә костюмдар тектеләр. Конкурс барышында халыҡ ижад менән мәшғүл ине, берҙәм булды. Бында ауыл биләмәһе етәкселегенең ойоштороу һәләте лә әһәмиәткә эйә. Татьяна Пестереваның ижади ҡарашы һәм сәме менән дә беҙ финалистар рәтенә индек,"-ти Дыуан районы хакимиәте башлығы Фаил Мөхәмәҙиев.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 2019 йылда тәүге этапта 464 ҡатнашыусы ине. Муниципаль этапта Мәсетле һәм Салауат райондарынан тыш 52 район ҡатнашты. Быйыл бер район да ситтә ҡалманы. Мәсетле һәм Салауат райондары ауылдарының 50 % заявка ебәрҙе.
«Бындай конкурстар менән генә эскелекте бөтөрөп булмай тигән фекер ҙә йәшәй. Бәлки, шулайҙыр ҙа. Әммә тәжрибәнән күренеүенсә, айыҡ тормош алып барған әүҙем кешеләрҙең йәшәйеше, төрлө сараларҙа ҡатнашыуы, янып йәшәүе барыбер иғтибарға лайыҡ, уларҙың миҫалы эскелек менән мауыҡҡандарҙың күңеленә «орлоҡ» һалмайынса ҡалманы. Конкурста ҡатнашҡан ауылдарҙа йәшереп спиртлы эсемлектәр һатҡандар ҙа был эшен туҡтатҡан тигән миҫалдар бар.Тикшеренеүҙәр күрһәтте: ҡайһы бер кешеләр конкурстың маҡсатын аңламаған икән. Бөтөнләй эскән кеше булмаған ауылдар ғына конкурста ҡатнаша тип уйлаусылар ҙа булған. Әле беҙҙең алда торған төп мәсьәләләрҙең береһе- конкурстың маҡсаттарын аңлатыу»,— ти Белорет районы башҡорттары ҡоролтайы секретары Эльза Мөхәмәҙиева.
Конкурстың маҡсаты- ауылдар халҡын айыҡ һәм сәләмәт тормошҡа йәлеп итеү, йәш быуынды традицияларға ярашлы дөрөҫ тәрбиәләү һәм эскелек, тәмәке тартыу, наркотиктар тәҫиренән һаҡлау.
Тәүге (район) этабы 2020 йылдың 1 авгусынан 30 ноябренә тиклем Башҡортостан Республикаһының муниципаль райондары ауылдары араһында уҙа. Ә икенсе (республика) этабы 2020 йылдың 1 декабренән 2021 йылдың 25 мартына тиклем район этаптары еңеүселәре араһында үтәсәк.
Халыҡ иҫәбе төрлөсә булған ауыл-ҡасабаларҙы ғәҙел баһалау өсөн конкурс һөҙөмтәләре түбәндәге категорияларға бүленәсәк:
— эре — 3 меңдән ашыу кеше йәшәгән,
— ҙур — 1 меңдән алып 3 меңгә тиклем кеше йәшәгән,
— урта — 0,2-нән 1 меңгә тиклем кеше йәшәгән,
— бәләкәй — 0,2 меңдән кәмерәк кеше йәшәгән.
Шулай итеп, конкурста дүрт категория буйынса 12 еңеүсе билдәләнә. Еңеүселәргә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте дипломдары, шулай уҡ Башҡортостан Республикаһы Торлаҡ-коммуналь министрлығының, Транспорт һәм юл хужалығы буйынса Башҡортостан Республикаһы дәүләт комитетының ауыл-ҡасабаларҙы төҙөкләндереү программаларына индереү хоҡуғы биргән сертификаттар тапшырыласаҡ. Конкурсты ойоштороу буйынса саралар иһә Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранты иҫәбенә тормошҡа ашырыла.
https://kurultai.ru/ba/content/1151-1500-dereven-zayavili-o-svoem-uchastii-v-konkurse-trezvoe-selo-2020-1-avgusta-startoval-municzipalnyj-etap-respublikanskogo-konkursa-trezvoe-selo-2020-goda/
Читайте нас: