Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Август 2020, 18:05

Башҡортостан фермерҙары «Кадиллак» менән ер тырмата

Башҡортостанда бер фермерҙың зиннәтле сит ил машинаһы «Кадиллак»та иген баҫыуын эшкәртеп йөрөүен фидеоға төшөрөп социаль селтәргә һалғандар. Видеола автомобилдең трактор урынына ауыр тырманы һөйрәп баҫыу буйлап йөрөүен күрергә мөмкин.

Башҡортостанда бер фермерҙың зиннәтле сит ил машинаһы «Кадиллак»та иген баҫыуын эшкәртеп йөрөүен фидеоға төшөрөп социаль селтәргә һалғандар. Видеола автомобилдең трактор урынына ауыр тырманы һөйрәп баҫыу буйлап йөрөүен күрергә мөмкин. Видео Өфө эргәһендәге Шаҡша ҡасабаһында төшөрөлгән тиҙәр. Интернет белгестәренең быға ҡарата үҙ фекере.
- Ә ниңә, бер ҙә аптырарлыҡ түгел, автомобилдең ат көсө тракторға ҡарағанда күберәк, Америкала был ғәҙәти күренеш, - тип яҙа Андрей Валетинов.
-Башҡортостан фермерҙары шул тиклем бай, яҡшы йәшәй күрәһең, әгәр үҙҙәренә ошондай мөмкинлек бирә алғас. Шуныһы ҡыҙыҡ, авторҙың ялға ниндәй машина менән сығыуы ҡыҙыҡһындыра, моғайын «Бентли»лыр? — тип комментарий бирә Марина Ярина.
-Шулай ҙа машина йәл, матур, әмәм яңы түгел икәне күренеп тора. Әллә үҙемә лә «Кадиллак» һатып алып уға сапҡыс эшләп ҡуйырғамы, мине яңылыҡтарҙа күрһәтәсәктәр, - тип шаяртҡан Евгений тигән берәү.
Фермер видеоға төшөрөүселәргә тракторы боҙолған, шуға ла баҫыуға автомобиль менән сығырға мәжбүр булдым, тип аңлатҡан.
Әйткәндәй рәсми диллерҙың сайтында яңы Cadillac Escalade хаҡ 5 636 000 һумдан башлана, ҡеүәте 500 ат көсөн тәшкил итә
Читайте нас: