#национальныепроекты #нацпроекты #региональныепроекты#регпроекты #нацпроектыБашкортостан #ВладимирПутин
“Халыҡ-ара кооперация һəм экспорт” милли проектына ярашлы, ағымдағы йылдың 4 декабрендә Өфөлə “Торатау” Конгресс-холында “Экспортлау дәүере” халыҡ-ара форумы уҙғарыласаҡ.
Сараға (ул икенсе тапҡыр уҙасаҡ) төрлө илдəн вəкилдəр килеүе күҙаллана. Мəҫəлəн, былтырғыһында 300-ҙəн ашыу кеше ҡатнашҡан. Ҙур ике килешеүгə лə ҡул ҡуйылғайны. Улар “Рəсəй экспорт үҙəге” менəн Башҡортостан Хөкүмəте араһында. Был килешеүҙең береһенə ярашлы, электрон сауҙа буйынса Рəсəйҙең сеймал булмаған тауарын ситкə һатыу үҫтерелə.Икенсе килешеү ”Экспорт форсажы” акселерация программаһын ғəмəлгə ашырыуҙы күҙ уңында тота.