Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Август 2020, 18:30

Гөлназ менән Вилли өсөн бөгөн ниндәй байрам?

18 июлдә башҡорт эстрадаһының йәш йондоҙҙары Гөлназ Асаева менән Вилдан Шәмсетдиновтың мосолман йолаһы буйынса никах уҡытыуы мәғлүм булғайны.

18 июлдә башҡорт эстрадаһының йәш йондоҙҙары Гөлназ Асаева менән Вилдан Шәмсетдиновтың мосолман йолаһы буйынса никах уҡытыуы мәғлүм булғайны.
Шатлыҡлы хәбәр йырсыларҙың ижады менән ҡыҙыҡһыныусыларға бик оҡшаны, һәләтле йәштәр төрлө матбуғат баҫмаларының иғтибар үҙәгендә булды. Хатта Гөлназ Асаева һәм уның кейәүе Вилдан Шәмсетдинов интервью алырға теләгән ҡәләм оҫталарының һөжүменә ҡаптыҡ, тип тә хәбәр итте.
Кейәүгә килгәндә, Вилдан Шәмсетдинов Көйөргәҙе районының Яңы Мораптал ауылында тыуған. Мәктәпте тамамлағандан һуң Ырымбур мәҙәниәт һәм сәнғәт училищеһы колледжы студенты булып киткән. Әммә бер аҙҙан Вилдан был уҡыу йортон ҡалдырып, 2015 йылда Ҡазанға юлланған. Артабан ул Ҡазан дәүләт сәнғәт институтының театр факультетында белем алған.
2016 йылдар тирәһенән Вилдан Шәмсетдинов профессиональ кимәлдә йырҙар яҙҙыра. Һәләтле егет Villi псевдонимын алып, Радик Юлъяҡшин лейблы аҫтында ла эшләп ала. Әлеге ваҡытта ул – ирекле музыкант.
Никахтан һуң булған бер нисә аҙна эсендә йәштәр тамашасыларының иғтибарын тағы ла йәлеп итеп өлгөрҙө. Мәҫәлән, уларҙың сәләмәт тормош рәүеше алып барыу һәм ябығыу өсөн махсус ҡатнашмалар һатып аҡса эшләгәне лә мәғлүм булды.
Бөгөн иһә Гөлназ Асаеваның социаль селтәрҙәге рәсми төркөмөндә тағы ла бер ихлас яҙма барлыҡҡа килгән. Күрәһең, төркөмдө алып барыусы барлыҡ көйәрмәндәр исеменән ошондай яҙма ҡалдырған:
– Тыуған көнөң менән, Вилли! Аҡ бәхеттәр, ныҡлы сәләмәтлек, ижади уңыштар! Ғаилә бәхете теләйем, Гөлназ менән бергә матур тормош ҡорорға яҙһын! Ҡайғы-хәсрәт күрмәйенсә йәшәгеҙ!
Йәштәрҙең үҙҙәренә килгәндә, уларҙың был матур ғаилә байрамын үҙенсәлекле итеп үткәреүендә шигебеҙ юҡ. Уларҙан яңы хәбәрҙәр һәм матур фотолар көтөп ҡалабыҙ.
Фотолар геройҙарҙың шәхси сәхифәләренән.
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: