Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Август 2020, 18:35

Ике бала әсәһе мәрхүм

Магнитогорск ҡалаһының Йәшел үҙән урамындағы 15-се йорттоң һигеҙенсе ҡатынан ҡолап төшкән ҡатынға ни бары 22 йәш кенә булған.

Эске эштәр министрлығының Силәбе өлкәһе буйынса идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, ике бала әсәһе фажиғәле һәләк булған.
Магнитогорск ҡалаһының Йәшел үҙән урамындағы 15-се йорттоң һигеҙенсе ҡатынан ҡолап төшкән ҡатынға ни бары 22 йәш кенә булған. Ул үҙе был йортта йәшәмәгән, ире менән ҡунаҡҡа ғына килгән.
Мәғлүм булыуынса, ҡатын ире менән ирешкәс, уны ҡурҡытыр өсөн тәҙрәгә менеп баҫҡан, тик уйламағанда ысҡынып киткән. Ире тотоп өлгөргән, әммә тартып сығарырға көсө етмәгән... Осоп төшкән ҡатын тиҙ ярҙам машинаһы килгәнгә тиклем үк йән биргән.
Фото: “Бәйләнештә” социаль селтәренән.
Автор: Рәмилә Мусина
Читайте нас: