"Һаулыҡ һаҡлау" милли проекты сиктәрендә Салауат ҡалаһындағы медицина учреждениеларын заманса сифатлы ҡорамалдар менән тәьмин итәләр. Мәҫәлән, балалар поликлиникаһындағы аллерголог, теш һәм күҙ табиптары кабинеттары өсөн аппараттар килтерелгән. Нимәһе иғтибарға лайыҡ, офтальмолог кабинеттарында күреү һәләтен тикшереүсе элекке ҡағыҙ таблицаларҙы автоматик билдәләр проекторҙары алмаштырасаҡ. Был прибор таблицаны экранға сығарып ҡына ҡалмай, ә тест һөҙөмтәләрен дә анализларға мөмкинлек бирә.