Белгес әйтеүенсә, уҙған аҙнала республиканың һыу ятҡылыҡтарында дүрт кеше батып үлгән. Шулай уҡ төрлө бейеклектәрҙән ҡолап төшөү осраҡтары артҡан. Балалар ғәҙәттә күп ҡатлы йорттарҙа асыҡ ҡалған тәҙрәләрҙән ҡолай. Шулай уҡ бейек спорт ҡоролмаларынан, күперҙәрҙән йығылыу осраҡтары ла бар.